Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль 2020, 19:25

Һоро бүре менән осрашыу

Бала саҡтан уҡ бүреләр тураһын­дағы бихисап әкиәттәр, йырҙар хә­теребеҙҙә һаҡланып ҡалған. Әлеге әкиәт­тәрҙең аҙағы матур тамамланып, һоро юлбаҫарҙар һәр ваҡытта ла аусылар ҡулына эләгеп, яуызлыҡ еңелеп, яҡшылыҡ, өҫтөнлөк итә торғайны. Бөгөнгө яҙмамда ысын бүреләр тураһында бәйән итмәксемен.

Бала сағыбыҙ Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашып, урман менән уратып алынған Заготзерно ауылында үтте. Аҡһаҡалдар һөйләүе буйынса, һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа бүреләрҙең йорт хайуандарына һөжүм итеү осраҡтары йыш булған. Йыртҡыстар ауылда үҙҙәрен хужаларса иркен тотоп, яза биреүсе булмауҙан файҙаланып, һарыҡ һәм кәзәләрҙе рәхәтләнеп быуып йөрөгән. Алдан һөйләшеп ҡуйғандай, улар ауылға килеп кергәндә эттәр, өрөүҙәренән туҡтап, ояларына, аҙбарҙарға кереп ҡасҡан. Ә инде "мәжлес" тамамланып, урман ҡунаҡтары киткәс кенә "тревога буйынса" бөтә халыҡты аяҡҡа баҫтырғандар.
1968 йылдың ҡыҙыу йәй уртаһында күрше ағай, йыртҡыс өңөнә тап булып, ике-өс айлыҡ бүре балаларын тоҡҡа һалып алып ҡайтҡайны. Ҡайһы берәүҙәр уларҙы ситтән генә ҡарап торҙо, ҡыйыуыраҡтар иһә, йыртҡыстарҙы ҡулдарына алып, төрлөсә әйләндергеләп ҡараны. Кескәй тотҡондарҙың киләсәк яҙмышы миңа билдәле түгел. Һуңынан ауылда, балалары өсөн ата-әсәһе килеп зыян һаласаҡ, тип һөйләгән һүҙҙәр ишетелде. Беҙҙән ҙурыраҡ йәштәге малайҙар, балаларын кире өңдәренә илтеп ҡуйһаң, бүреләр ауылды урап уҙасаҡ, тип беҙҙе тынысландырҙы...
Йылдар шулай алышынып торҙо. Алтынсы класта уҡып йөрөгән саҡ ине. Икенсе сменала уҡығанлыҡтан, көҙгө-ҡышҡы айҙарҙа дәрестәр һуң тамамланып, тышта ҡараңғы төшөргә өлгөрә ине. Бер мәл юлға яңғыҙым сығырға тура килде. Ауылыбыҙҙан мәктәп өс саҡрымда, йәйәүләп баҫыу арҡылы үтергә кәрәк. Урман полосаһына етеп килгәндә, ҡар ҡаплап өлгөргән юлда кемдеңдер туҡтап көтөп тороуын һиҙеп ҡалдым. Бер ни тураһында ла уйламайынса, алға атлауымды дауам иттем.
Кинәт баҫҡан урынымда ҡатып ҡалдым. Телефон бағаналары араһы самаһы алыҫлыҡта ғына, янып торған ҡуҙҙай күҙҙәре менән ысын бүре мине тыныс ҡына күҙәтеп, көтөп ултыра ине. Йыртҡыс, ҡыймылдап та ҡарамайынса, тыныс ҡына мине күҙәтте. Ниһайәт, ошо миҙгелдә ысынлап тороп миңә ҡурҡыныс янауын аңланым. Кинәт кенә өҫтөмә эҫе һыу һиптеләрме ни – бөтә тәнем яна башланы! Әллә һыуыҡтан, әллә инде урман йыртҡысының ҡарашынан дер ҡалтырап төштөм. Үҙемә ҡалһа, нисек булһа ла ҡурҡыуымды һиҙҙермәҫкә тырыштым. Унан һуң үҙ-үҙемде ҡулға алып, йыртҡыстан ҡарашымды алмайынса, әкрен генә урман полосаһына таба йүнәлдем. Унан, ни өсөн икәнен үҙем дә аңламайса, мүкәйләп, ҡар өйөмдәренә бата-сума ауылға йүгерҙем. Үҙем, нисектер, бүрегә мөрәжәғәт итеп, бер туктауһыҙ һөйләнәм: "Теге ваҡытта балаларыңа минең зыяным теймәне..." Үҙ тиңе итеп күрһен өсөнмө, мүкәйләп киттем. Йыртҡыс ҡыймылдап та ҡараманы. Әллә инде, ысынлап та, үҙенең туғаны сифатында ҡабул иттеме?.. Күпме ваҡыт үткәндер, һәр хәлдә, үрмәкләп ауылға килеп кергәнем бөгөнгөләй хәтеремдә. Ярай әле урамда ҡараңғы, кеше-фәлән күренмәй, көндөҙ булһа нимә уйларға ла белмәҫ ине ауылдаштар... Башымдан үткәндәрҙе өйҙәгеләргә һөйләгәс, өлкәндәр, “Аллаһы Тәгалә һаҡлаған", тип, хәлемде аңларға тырышты. Энекәштәрем иһә минең мажараларҙан эстәре ҡатып көлдө.
Ул төндә көслө хис-тойғолар тәьҫиренән бик оҙаҡ йоҡлай алмай яттым. Бүре миңә теге ваҡытта балаларына зыян һалмаған өсөн һөжүм итмәгәндер, тип уйланым. Бәлки әле "танышым" инде үҫеп еткән шул бүре балаларының береһе булғандыр...
Тағы бер ваҡиға хәтеремдә һаҡ­лана. Аиайыбыҙ төнгө сменала эштә ине. Беҙ, сыр-сыу килеп торған ишле бала-саға, әсәйебеҙ ҡарамағында кис үткәрәбеҙ. Ҙурыраҡтар дәрес әҙерләй: китап уҡып, яҙып-һыҙып мәш килә. Бәләкәйерәктәр пластилиндан төрлө йәнлек һындары әүәләй, һурәт төшөрә, рәхәтләнеп уйнай. Кинәт тәҙрә төбөндә генә бүре олоған әсе тауыш ишетелде. Беҙ, һиҫкәнеп, бер-беребеҙгә һыйындыҡ. Әсәйебеҙ: "Бүре бит был! Ҡайҙан килеп сыҡҡан, быҙауға тейә күрмәһен!" – тип, керосин лампаһын ҡабыҙып, ашығып кейенеп, һөйләнә-һөйләнә өй алдына сығып йүгерҙе. Беҙ, кескәй быҙауыбыҙҙы ҡыҙғанып, бүре ботарламаһа ғына ярар ине, тип ҡайғырыштыҡ. Туғандарым: "Бүре әсәйебеҙҙе лә ашамаҫмы?" тип илашты. Үҙебеҙ уны ҡотҡарырға сығырға батырсылыҡ итмәнек, барыбыҙ ҙа, яуыз бүрене ҡурҡытырға теләгәндәй, тәҙрәләргә ябырылдыҡ. Шунда йәнә "У-у-у-у-у-у-у!" – тигән ауазды ишеткәс, барыбыҙ бергә бүренән дә яманыраҡ олой башланыҡ...
Беҙҙең шатлыҡҡа әлеге хәлдең аҙағы яҡшы булды. Һуңынан атайым: "Маладис минең улдарым! Ҡысҡырып, хатта уҫал бүрене лә ҡурҡыт­ҡандар!" – тип, беҙҙе маҡтаны.
Иртәгеһен, таң атыу менән, беҙҙең ҡуралар янына ҡыҙыҡһыныусан малайҙар һәм өлкәндәр йыйылды. Ауылда хәбәр тиҙ тарала бит ул. Ҡойма буйҙарын ентекләп тикшереп, төндә барлыҡҡа килгән яңы эҙҙәрҙе эттәрҙеке менән сағыштырып ҡарағас, ауыл ағайҙары, ысынлап та, яңғыҙ бүре "ҡунаҡҡа" килгән, тигән һығымта яһаны. Барыһы ла ҡыйыу әсәйебеҙҙең батырлығын маҡтаны.
Ф.Ғәлләмов.
Читайте нас: