Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Февраль 2020, 11:50

“Ҡатын-ҡыҙ капризы” салаты

Ингредиенттар: 200 грамм тауыҡ түше, 1 ҡыяр, 100-120 грамм ҡара емеш, 3 йомортҡа, 1 һуған, 100 грамм сәтләүек, майонез, тоҙ тәменсә, биҙәү өсөн петрушка.

Эш тәртибе:
Салатты ҡатлап өйәбеҙ.
1-се ҡатлам – тоҙло һыуҙа бешкән тауыҡ итен шаҡмаҡлап турап тәрилкәгә йәйәйбеҙ.
2-се ҡатлам – ваҡлап туралған һуған (әсеһен сығарыр өсөн ҡайнар һыуҙа бешекләп алырға була), өҫтөнә майонез яғабыҙ,
3-се ҡатлам – ҡырғыстан сығарылған ҡыяр,
4-се ҡатлам – ваҡлап туралған ҡара емеш.
5-се ҡатлам – ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа,
6-сы ҡатлам – ваҡланған әстерхан сәтләүеге,
7-се ҡатлам – биҙәү өсөн петрушка.
Салаттың һәр ҡатламына әҙ-әҙләп майонез яғып барабыҙ.
Әҙер салатты бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Читайте нас: