Сырҙан көлсә әҙерләү өсөн 400 грамм кукуруз оно, бер йомортҡа, 20 миллилитр һөт, 50 грамм аҡ май, бер сәй ҡалағы тоҙ, бер сәй ҡалағы шәкәр, 100-120 миллилитр үҫемлек майы, 200 грамм сыр кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә һауытҡа он, аҡ май, йомортҡа, һөт, тоҙ, шәкәр һалып һәйбәтләп болғатабыҙ ҙа ҡамыр баҫабыҙ.
Сырҙы, ҡамырҙы эре киҫәктәргә бүлгеләйбеҙ. Ҡамырға сырҙы төрөп көлсәләр яһайбыҙ. Утта майлы табаны ҡыҙҙырып, уларҙы теҙәбеҙ. Талғын утта алты минут тирәһе ҡапҡасын ябып, шунан икенсе яғын әйләндереп, тағы ла алты минут тирәһе ҡапҡасын япмайынса бешерәбеҙ.