Ул арала тегеһе, ишеккә тағы бер ҡағылып:
– Хозяйка! – тип тә ебәрҙе.
«Аһ, урыҫ шай…» Гәүһәр итәгендәге ҡорама аҫтынан шыуып сығып, күҙ алмаларын шөкәтһеҙ ҙурайтып күрһәткән лупалы күҙлеген сисеп һалды ла, оҙаҡ ултырыуҙан ҡатып киткән билен ус һырты менән ыуа-ыуа, тышҡа ыңғайланы:
Сыҡһа, урыҫ тигәне ҡап-ҡара башҡорт, башҡорт ҡынамы…
– Бә-әй, Әкрәм, һин түгелме?!
Был танырмы, тигәндәй, ауыҙын йырып өндәшмәй торған ир көлөп үк ебәрҙе:
– Мин шул, Гәүһәр апай, танымай тораһыңмы?
Унан, ҡапыл иҫенә төшөп, ҡулындағы төргәген һикәлтә ситенә ырғытты ла ҡабаланып ҡуш усын һуҙҙы:
– Һауғынамы, Гәүһәр апай.
Гәүһәр ҙә тупһанан төшә һалып, үҙенә һуҙылған әллә ни яҙыуҙар менән сыбарланып бөткән ҡатынҡы ҡулдарҙы йылы устарына һыйҙырырға тырышып тотҡоланы, улай ғына ла күңеле булмай, ирҙең арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. Бындай яҡынлыҡ, йылылыҡ тегеһен ебетеп ебәрҙе. Яйһыҙ хәрәкәттәр менән ирекһеҙҙән һығылып сыҡҡан ике-өс бөртөк йәшен һыпырҙы, мышҡылдатып яҫы танауын тартты ла, ҡаштарын төйә биреп, йәлләнес итеп ҡатынға төбәлде:
– Әсәй үлеп киткән икән, Гәүһәр апай, әй… еңгә…
Гәүһәр ҙә, болдорона терәлеп, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплағандай итте:
– Шулайтты шу… Былтырлы-быйыллы ауырыны бит. Ҡалайтаң, туҡһанды үткәйне инде, барыбыҙ ҙа бара торған ер, тигәндәй…
– Һы-ы… – Әкрәмдең был темаға һүҙе лә, фаразы ла юҡ, күрәһең, ауыр һулап ҡына ҡуйҙы.
– Үткәнсе иҫе дөрөҫ булды былай, һин тине лә һин тине, бахыр. Ней хәбәр итергә адрес-фәләнеңде лә белгән кеше юҡ, «ана килә лә бына килә» тип әүрәткән булдыҡ та, аңламаған тейһеңме, белгәндер инде… әсәй бит… балаһы булғасың, көткәндер…
Гәүһәр, хәбәренән туҡтап, өнһөҙ килеш бер нөктәгә текәлеп торған ирҙе баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Уның алдында ҡасандыр әзмәүерҙәй таҙа көйө сығып киткән әҙәм урынына бөгөн килеп ҡарайып кибеп ҡатҡан ир йораты баҫып тора ине. Мәскәй һурғандай һарғайған йыйырсыҡлы ҡаҡса йөҙгә, булғас булһын әле, тигәндәй, арҡыс-торҡос аҡһыл-төҫһөҙ яра эҙҙәре, сыйылған-теленгәндән ҡалған йөйҙәр өҫтәлгән. Был йөйҙәр хатта таҡыр итеп ҡырылғандан шытып килгән шырт сәсле башта ла ағарып күренә. Ҡул һырттары, беләктәре, хатта муйынының асыҡ урындарына ла һүрәттәр төшөрөлгән әллә? Арыҡ кәүҙәгә эленгән спорт костюмы ла үҙенә оло ағаһының кейемен кейгән үҫмер малай төҫөн бирә. Ҡыҫҡаһы, ҡасандыр күршеһе булған һөлөк кеүек Әкрәмдең йәмһеҙ күләгәһе генә килгән ине был кешелә. Ә бит заманында бар донъя уның алдындағы тәрилкәлә ятҡандай ине…
– Аһ-аһ, нишләп урамда торабыҙ һуң, әйҙә өйгә, Әкрәм, әйҙә. – Сәйер ҡунаҡ ҡапыл ҡалҡып, һикәлтәгә үрмәләй башлаған күршеһен беләгенән ҡырҡа тотоп туҡтатты ла, был ҡылығынан уңайһыҙланыпмы:
– Тышши извининий… Гәүһәр еңгә, мин һеҙгә бер нәмә генә индереп сығайым тип килгәйнем… – тине.
Тегеһе урынынан ҡуҙғалманы:
– Юҡ, инеп тормайым, еңгә… уңайһыҙ булһа ла…
Гәүһәр, ирҙең ниндәйҙер мөһим нәмә әйтергә теләгәнен аңлап, киренән болдорға сүгәләне. Әкрәм ыҡ-мыҡ итте, һүҙен нимәнән башларға белмәй ыуаланды ла ахырҙа, яйын таба алмай, бая ситкә һалған ҡағыҙ төргәген шылдырҙы. Һаҡ ҡына төргәкте асҡан ҡатындың күҙҙәре эстәге ҡара ерлеккә зәңгәрле-ҡыҙыллы миләүшәләр һибелгән ситса тауарға төштө.
– Ҡалай матур… – Үҙе бармаҡ остары менән генә тауарҙы бер һыпырып, һораулы ҡарашын Әкрәмгә күтәрҙе.
– Матурмы, еңгә… Оҡшағас, һиңә булһын… – Тамағына килеп тығылған төйөрҙө ыңҡылдатып йотоп ебәреп, шул тауарҙан күҙен ала алмағандай текләп, һүҙен дауам итте: – Әсәйемә тип алғайным… Үлгәнен белмәгәйнем бит, бында килеп төшкәс кенә ишеттем. Әйткеләгәйне үҙе… бер нисә тапҡыр инде… «Сиса күлдәк кейҙерһәң»,– тип… Үҙем дә уйлағайным, матур тауар алып ҡайтырмын да һинән күлдәк тектереп кейҙерермен, тип… Булманы инде… Исмаһам, һиңә булһын.
Гәүһәр нимә әйтергә лә белмәне, бер яҡтан, үҙенә тәғәйенләнмәгән бүләктең сараһыҙҙан килеп юлығыуын да аңлай, икенсе яҡтан, йәне әрнеп торған кешенең теләген нисек кире ҡаҡмаҡ кәрәк, ризалығын белдерә булып, тубығына ятҡан төргәкте бер-ике ҡат һыйпап ҡына ҡуйҙы.
– Бына шулай, судьба моя фартовая… да ладно. Ярай, еңгә, улай-былай аят-нәмәләрҙә әсәйҙең дә исемен әйтеп ебәрегеҙ инде, минең был ерҙе оҙаҡ тапайһы ҡалманы, уны башҡа кем иҫләһен. Ярай, еңгә. – Ҡапыл ғына кәйефе күтәрелгәндәй булып, әртистәрсә күкрәгенә усын ҡуйып тороп баш эйгән булды: – С наилучшими пожеланиями – хуш.
– Ху-уш… – Хисләнеп киткән ҡатындың тауышы тын юлында ҡыҫылып, ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡты. Ир кеше еңел кәүҙәһе менән ялан кәртәне ялп итеп аша һикереп төшөп, бил тәңгәленән үҫкән кесерткәнде йыра-йыра арт яҡҡа ыңғайланы.
...Күршеләге буш торған йортҡа улын эйәртеп Нәзирә күсеп килгәндә, ошо ауылдың килене булған Гәүһәр дүртенсе балаһын тапҡан ине инде. «Килмәнем – ҡайттым»,– тип киҫә генә төҙәтте яңы күрше Гәүһәр кеүек үҙен танымағандарҙы. Баҡтиһәң, ошо йортта йәшәп вафат булған Муса ҡарттың ҡыҙы булған икән, ҡырҙа ун алты-ун ете йыллап ирҙә торған. Ҡайтыуының сәбәбен һораған-ниткәндәргә: «Ялан яғын яратманым, йәнем биҙҙе»,– тип аңлатһа ла, ҡайһы берәүҙәр, белепме-белмәйме: «Ире икенсе ҡатынға өйләнеп, быны айырып ебәргән...» – тигән хәбәр таратты. Нисек тә күршеһе булған ғаилә менән Гәүһәр ҙә, ауыл ғәҙәтенсә, аралашып-ҡатнашып йәшәргә ынтылды, урталағы ел ҡапҡа йәлп-йөлп итеп асылып-ябыла башланы.
Ике һыйыр, ат, бер нисә кәзә-һарыҡ эйәртеп алып ҡайтҡан Нәзирәнең өй эсендә лә ҡаралты-маҙары, һауыт-һабаһы күҙгә күренерлек ине. Быға ла әсе теллеләрҙең ғәйбәте етте: «Нәзирәнән бабайы, мал-мөлкәтен вис биреп, саҡ ҡотолған, ти».
Тыуған яғында һигеҙенсене тамамлап килгән Әкрәм ары уҡып-нитеп торманы, колхозға мал ҡарауға урынлашты ла, ҙур кирза итектәрен һелтәп атлап, ашыҡмай ғына һыҙғырып эшкә китер, һыҙғырып эштән ҡайтыр булды. Әсәһе һыйырының һуңғы тамсы эйендеһенә тиклем тылҡып һауып, һәр тауығының йомортҡаһын һанап йыйып, һарыҡ-кәзәһе, ҡаҙ-өйрәге ҡайтмаһа, өй беренсә тентеп булһа ла эҙләп табып, эт артында һәлберәп торғанды өҙөп алырҙай итеп донъя көттө.
Күрше-тирәһенә һүҙгә генә йомарт булды Нәзирә. Эштән арып ҡайтып, инде алтау булып киткән балаларын бағып, ире ҡайтыуға нимәлер йүнәтеп маташҡан Гәүһәргә лә ҡайһы көндәре инеп ултырыр, ниндәй эшенә барып тотонорға белмәй йүгергеләгән йәш ҡатынды һауалы ҡараштары менән генә күҙәтеп, мул итеп хәбәр һатыр ине. Шул арала көнө буйына әсәйҙәрен һағынып өлгөрөп, әле килеп өйҙән сығышмай йөрөгән береһенән-береһе бәләкәй балаларҙың мышғыуына екһенеүен дә һиҙҙереп өлгөрә:
– Әллә нимә итеп өҫтө-өҫтөнә бала табаһың, килен, үҙеңде йонсотоп. Атанғолдар һин үрсеткәндән байыр тейһеңме. Шул булыр инде алар...
– Ҡуйсәле, Нәзирә апай, йонсомайымсы мин, яратам бәпестәремде, Ғәҙел дә… – Сөсө ҡамыр баҫып торған Гәүһәрҙең йыуаш ҡына ҡаршы төшөүен ҡырҡа кире ҡаға Нәзирә:
– Тапҡас, яратаһың инде аны, кем балаһын яратмаһын. Мин, ана, уҫлаптай Әкрәмемде һөйөп туймайым. Тик бынсама нимәгә? Ней тамаҡтарына, ней өҫтәренә еткерә алмайһығыҙ. Ҡайтҡаныңса донъяңдың аҫтын-өҫкә килтереп ултыралар.
Унан аҡланырға һүҙ тапмай, көсәнеп кенә йылмайып торған Гәүһәргә муйынын һуҙа биреп, тауышын баҫа төшә:
– Һурылып китеүеңә ҡарағанда, әпәт һалып алғаның түгелме? – Күҙ ҡараштары менән генә ҡатындың ҡорһағына ымлай, тегеһенең ҡыҙарып китеүенән фаразының дөрөҫлөгөн тантана итеп дауам итә. – Бар, һуңламаҫ борон алдыр!
– Ғәҙел ҡушмай бит, Нәзирә апай, бала үлтерер булһаң, ҡайтып йөрөмә, тей, – Гәүһәр ҙә бышылдауға күсә.
– Уға нишләп әйтәң һуң?! Фиршел барырға ҡушты, тиң дә кит, бөтә нәмәне иргә һөйләп тороп ней. Ул ыҙалаймы – һин ыҙалайың.
Күрше инәй менән әсәйҙәренең бышылдауға күсеүенә һағайған бәләкәстәр былар янына тағы ла яҡыныраҡ килеп, ниндәйҙер үтә лә ҡыҙыҡлы сер белергә теләгән ҡараштарын әле әсәләренә, әле өнәп етмәгән инәйгә күсереп тора башлайҙар. Был хәл Нәзирәнең һарыуын ҡайната, ул үсеккән шикелле тороп уҡ китә:
– Мына бит, аулаҡлап һөйләшеп тә ултырып булмай быларҙан, ауыҙға инеп баралар, – унан, сығып барған ыңғайы, тупһа төбөндә тағы ла бер бармаҡ янап ҡабатлай, – үҙеңде уйлап әйтәм, килен, ыҙалама.
Һикәлтәлә һуҙылып ятып уйнаған сабыйҙы ашаҡламау өсөн аяғы менән генә этәрә биреп шылдыра ла, галуштарын кейгәндә, үҙ алдына һөйләнгән булып, шулай ҙа эстәгеләргә ишеттерерлек итеп әйтә:
– Бала ла булдымы байҙыҡ…
Ауыр уйҙарға сорналып ҡалған әсәнең аптыранған ҡараштарын тотоп алған ун йәшлек кенә оло ҡыҙы, ниндәйҙер хәүеф янағанын һиҙенгәндәй, йүгереп килеп ҡаршыһына тора:
– Нимештәне, әсәй, Нәзирә инәй йәнеңде көйҙөрҙөмө әллә?
Уның янына саҡ ҡына бәләкәсерәк тағы берәүһе тып итеп баҫа:
– Ҡайғырҙыңмы әллә, әсәй?
Яуап көтөп төбәлгән эскерһеҙ саф ҡараштарҙан, бер ҡатлы, әммә шул уҡ ваҡытта үтә лә ҡайғыртыусан, борсоулы һорауҙарҙан ҡатындың баш осонда ҡайнашҡан ҡара уй-тойғолары өркөп туҙғышып оса ла, ул, ниһайәт, ихлас итеп йылмайып ебәрә:
– Хәҙер, бәпестәрем, майикмәк бешереп тороп сәй эсеп алырбыҙ.
Гәүһәр ҡыҙ сағынан теген-бесемгә оҫта булды. Быға бер ерҙә лә махсус уҡыманы ла, өйрәнмәне лә, һөнәр уға үҙе килдеме – башта бәләкәй туғандарына, унан тиңдәштәренә, ауылдаштарына кейем-һалым тегеп алды ла китте. Йылдан-йыл оҫталығы ла, таҫыллығы ла артты, тора-бара һырлап курткалар, пальтолар ҙа, йәнлек тиреләренән ҡупшы башлыҡтар ҙа йүнәтә башланы. Ҡулының эш белеүе ғаиләһенә лә ҙур ярҙам булды, ирен дә, балаларын да баштан-аяҡ үҙе кейендерҙе. Заказдарҙан да өҙөлмәне. Эштән ҡайтып мал-тыуары менән балаларын тәрбиәләй ҙә, үҙе иҫ белә белгәндән күҙ алдында булған, бында ла бирнә итеп алып килгән, хан заманғы, аяҡ менән өйрөлтә торған тегеү машинаһында зеңгер-зеңгер итергә тотона. Ғаиләһе ошо көй аҫтында йоҡлап китә, ҡайһы саҡ, бигерәк тә балалары үҫеп, төрлө уҡыу йорттарында уҡый башлағас, йыш ҡына ошо көй аҫтында уянғылай ҙа ине. Хеҙмәтен аҙмы-күпме аҡса, аҡса булмағанда май-ҡаймаҡ, ит, ем, тауар кеүек хаҡ ҡаплай.
Шулай бер балалары ҡышҡы каникулға ҡайтҡанда, китеүҙәренә аҡса булыр тип, күршеһе Нәзирәнән дә, ваҡыт тапмау сәбәпле, күптән кисектереп йөрөгән күлдәк заказын алды ла ике кис төн ауҙарғансы ултырып текте. Индереп кейҙереп ҡарағайны, ҡойоп ҡуйған кеүек үҙенә. «Эй, килен, ҡулың алтын, магазиндан алғандарын да һинән йүнәттереп бөтөрмөн әле», – тип маҡтаны күршеһе, әммә аҡсаһын сығарып бирергә ашыҡманы. Гәүһәр көтә бирҙе лә, йыйынтыһының ҡайҙа ятҡанын күрһәтергә теләмәйҙер, ярай, индерер әле, тип сығып китте. Бер нисә көндән ҡапыл ғына ҡала яғына юлланған машина килеп сыҡты ла, ике балаһын ашыҡтырып юлға төйнәй башланы һәм, йыйынып бөткәс, аҡсаға тип күршеһенә йүгерҙе.
– Нәзирә апай, ҡалаға машина бар, аҡса…
– Сеү! Һөрәндәмәһәңсе, Әкрәмем йоҡлап ята! – Нәзирә, хәбәрен тыштан уҡ һөйләп ашығып инеп килеүсегә ҡаштарын төйөп, асыулы бышылданы.
Гәүһәр ауыҙын усы менән баҫты:
– Уй, яңылыш. Машина бар, Нәзирә апай, теге өс тәңкәңде бирһәң, тигәйнем, балларҙың аҡсалары самалы, ҡушымта булыр ине.
– Аҡса, ней, Әкрәмемдең түшәге аҫтында ла ул.
Был яуаптан аптырап киткән Гәүһәр, һаманға тиклем иҙерәп ятҡан Әкрәмдең ысынлап йоҡлаймы-юҡмы икәнлеген үҙ күҙҙәре менән күрергә теләгәндәй, төп яҡҡа һонолоп ҡараны.
– Ай алла, кәрәк ине бит әле…
– Кәрәк ине тип, аҙнаһына бер тейгән ялында баламды уятып торғоҙмам инде, йоҡлаһын йоҡоһо туйғансы, уянғас инерһең.
Ҡалай итергә белмәгән ҡатын ишек тотҡаһына үрелгән еренән һаман үрһәләнде:
– Ай алла, машина көтәме һуң, балларҙың юлына булһа, ашарына етмәҫ, тейем…
Шул ваҡыт Нәзирә ҡыҙҙы ла китте:
– Бер бала – юҡ бала тип, әҙәмгә һанамай тороуың инде, үҙегеҙҙә эт тубығынан булғас, ҡәҙере юҡтыр, минеке – ҡәҙерле! Ҡалала ыштан туҙҙырып йөрөймө ул, эштән бушағаны юҡ, бер эләккән йоҡоһонда быларына аҡса кәрәк булған!
Башынан аша һыуыҡ һыу һирпелгәндәй булған Гәүһәр, ҡаршы бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтә алмаҫтан, тышҡа ташланды. Йөк машинаһы тәгәрмәсе төбөндә өмөтләнеп көтөп торған малайы эргәһенә килде лә, ғәрлек быуаһын йырып сығып килгән йәштәрен эскә йотоп:
– Нәзирә инәйең ҡайҙалыр сыҡҡан икән, ярай инде, улым, түҙеп торорһоғоҙ, оҙаҡлатмай берәйһе аша ебәрермен, – тигән булды. Геүләп ҡуҙғалған машина артынан ҡар туҙаны күтәрелгәс тә, эсендә урғылып ҡайнаған ташҡынға юл ҡуйҙы… Шул кисте Нәзирә, бер ни булмағандай, әлеге өс һумды индереп бирҙе, индерҙе лә бер килке хәбәр тоғон бушатты әле. Гәүһәр өндәшмәй генә зеңгер-зеңгер тегенеп ултырҙы.