2018 йылдың 22 июнендә Мәскәүҙәге һөйләшеүҙәр барышында Президент Владимир Путин Корея Республикаһы етәксеһе Мун Чжэ Индың саҡырыуын ҡабул иткәйне. Әле дипломатик каналдар буйынса сәфәр ваҡыты яраштырыла”, – тине ул.
Мәғлүм булыуынса, Корея Республикаһы Азия-Тымыҡ океан төбәгендә Рәсәйҙең иң мөһим партнерҙарының береһен тәшкил итә. Ике ил парламенттары һәм именлек советтары араһындағы мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә. Дәүләттәр араһында сауҙа, инвестиция, балыҡсылыҡ, хәрби-техник, мәҙәни хеҙмәттәшлек һәм башҡа өлкәләрҙе үҙ эсенә алған 50-нән ашыу килешеү төҙөлгән.