Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Февраль 2020, 14:10

Сихырлы урын

Мин Өфөлә тыуһам да, баш ҡаланан 200 саҡрым йыраҡлыҡтағы Бәләбәй районының Тоҙлоҡуш ауылында үҫтем.

Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Студент саҡта уҡ өйләндем. Кәләшемдең тыуған төйәге – Йәрмәкәй районының Ҡулбай ауылы беҙҙекенән дә йырағыраҡ, Татарстан сигендә тора. Уларға Өфөнән 250 саҡрым самаһы. Шуға күрә “юл ғазабы – гүр ғазабы” тигән ғибарәнең ысын мәғәнәһен мин бик яҡшы беләм. 1990 йылдарҙа, ҡышҡы һалҡын бурандарҙа, транспорт йөрөмәгән, юл булмаған замандарҙа Өфө-Бәләбәй-Йәрмәкәй юлдарын бик күп тапарға тура килде. Шунда башымндан кисергән бер серле ваҡиға әлегә тиклем хәтеремдән сыҡмай. “Сихырланған урын” тигән төшөнсәнең асылын мин шунда аңланым. Хәйер, барыһын да баштан башлап һөйләйм әле...
1997 йыл... Ҡыш айы... Күптән түгел өйләнеп, улым яңы тыуған саҡ. Кәләш – декрет ялында ине, улар ауылға ҡайтып киттеләр. Бер аҙналап ваҡыт уҙғас, мин дә ял көндәрендә йәмәгатемдең тыуған яғына – Йәрмәкәй районына йыйындым. Студентлыҡтан яңы сыҡҡан саҡ, автомобиль-маҙар юҡ, гел Өфө – Абдуллино электричкаһына ултырып, Приютово станцияһында төшөп ҡалырға тура килә. Унан һуң йәнә 65 саҡрым ара көтә. Уныһын инде үҙ яйың менән: башта Приют – Йәрмәкәй маршрутындағы ҡомо ҡойолоп барған боронғо автобусҡа ултырып, унан һуң “попутка” тотоп үтергә тейеш булаһың.
Ярар, сыҡтым юлға. Көндөҙгө 3-тәр тирәһендә электричкаға ултырҙым. Ул, киске туғыҙҙар тулғанда, Приютҡа килеп етте. Бәхетемә, теге һуңғы һөйәктәре таралып барған автобус та әле ҡуҙғалып өлгөрмәгәйне. Уның менән 40 саҡрым ара үтеп, ун беренсе яртыларҙа Йәрмәкәйгә лә килеп төштөм. Юл сумкамда бабайға тип күстәнәскә алған “Стәрлетамаҡ” һыраһының өс шешәһе күңелле сылтырап бара.
Хәҙер инде Йәрмәкәй – Ҡулбай араһындағы 25 саҡрымды иҫән-имен үтергә кәрәк. Инде ҡараңғы, ҡаты ел дә сығып тора. Тик, ҡәһәрең, туҡталышта сәғәткә яҡын ел ашатып ҡатып торһам да, серегән “Запорожец”ы ла килеп сыҡманы ғына бит, әй! Ул ваҡытта кеҫә телефондары ла юҡ, берәр ойошмаға инеп, машина һорап шылтыратыр инең, улары ла күптән бикләнгән. Киттем инде юл буйлап йәйәүләп. Бер машина әҫәре лә осрамай. Дүрт саҡрым алыҫлыҡтағы Ғәбделкәрим ауылына килеп еткәс, бер шешә һыра эскә кереп ятты. Хәҙер инде Рәтамаҡ ауылын үтергә кәрәк. Унан һуң Ҡулбайға йәнә 12 саҡрым тирәһе ара ҡала. “Попутка” юҡ та юҡ, ел көсәйгәндән-көсәйә. Ярар, ике сәғәт эсендә был ара ла артта ҡалды. Сумка тағын бер “Стәрлетамаҡ” һыраһына еңеләйҙе. Аяҡтар арыһа ла, хәҙер юл уңайынан үтеүсе машина көтөп баҫып тороуҙан һис файҙа юҡ, ете төн уртаһында эт тә йөрөмәй! Шуға күрә ары атланым. Бына Ҡулбайҙан һигеҙ саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан Сөйәрмәт ауылына ла килеп еттем. Сумка һыра шешәләренән тамам бушаны. Аяҡтарға таш таҡҡан кеүек. Ауылды сығып, боролошто уҙғайным, йән рәхәте – алдымда Ҡулбай уттары, усҡа һалынған кеүек, ялтырап ята! Хи, быныһы ғына бүстәк, хәҙер үтәбеҙ уны, тип шатланып, икеләтә көс менән алға ынтылдым. Үҙем бер уттарға, бер ҡул сәғәтемә күҙ һалам – төнгө 4-се ярты тулып килә икән.
Тик, ни ғәжәп, ауыл уттары яҡынаймай, ә киреһенсә, алыҫлашҡандан-алыҫлаша! Барам-барам, юҡ инде, бер аҙҙан бөтөнләй күҙҙән юғалдылар. Өҫтәүенә, елгә ҡар ҙа ҡушылып, буран да сыҡты. Бер сәғәт уҙҙы, унан һуң– икенсеһе, ә Ҡулбай һаман күренмәй! Шунан исемә төштө: бабай Сөйәрмәт һәм Ҡулбай араһында “енле урын” бар, ул кешеләрҙе алдап аҙаштыра, төнөн яңғыҙың унан уҙарға ярамай, ике нарат араһында аҙашып үлеүең дә мөмкин тип һөйләгәйне бит! Ҡурҡышымдан, белгән доғаларымды уҡый башланым. Артыма боролоп ҡараһам, Сөйәрмәттән сығып, бер саҡрым ара ла китмәгәнмен, шул “енле боролошта” тапанып, тик торғанмын икән! Йыраҡта әтәс ҡысҡырыуы ишетелде. Шунда аяҡтарыма ҡайҙандыр көс инде, “енле боролош”, бынан барыбер файҙа юҡ, типтер, моғайын, мине үҙенән ысҡындырырға булды. Һуңғы көсөмдө йыйып, Ҡулбайға ҡарап йүгерҙем. Инде иртәнге эңгер-меңгер һиҙелә башлағанда ғына, ҡайтып йығылдым мин әбей-бабайҙың йортона. Уларҙың иһә күҙҙәре дүрт булды.
Һуңынан һөйләнеләр: мине ысҡындырмайынса тотоп торған енле боролош”та йыл һайын бер нисә юл һәләкәте лә булып тора икән. Һис ниндәй ҡурҡыныс тойолмаған урында автомобилдәр кюветка тәгәрәй, йә бер-береһе өҫтөнә менә икән. Һуңынан бер нисә танышым да шундый уҡ фажиғәғә тарыны.
Фольклор әҫәрҙәре йыйыу менән шөғөлләнә башлағас, мин бик боронғо замандарҙа был урында ике ырыу-ҡәбилә араһында ҡанлы бәрелеш сығып, бик күп кеше үлеүе, уларҙың кәүҙәләре күмелмәйенсә ҡалып, йәндәре һаман шунда ҡаңғырып йөрөүе тураһында бер нисә легенда яҙып та алдым. Уларҙы “әбей әкиәте” тип ҡарап, ышанмаҫ та инем, һөҙөмтәһенә үҙем шаһит булдым.
Бына шундай хәлдәр, дуҫтар! Шуға күрә алыҫ юлға сыҡҡанда уйлап, белгән доғаларығыҙҙы уҡып сығығыҙ!
Илдус Фазлетдинов.
"Тәтешле хәбәрҙәре"нән.
Читайте нас: