Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2020, 09:58

Алмалы рогаликтарҙы бешереп ҡарағыҙ

Ҡамыр әҙерләү өсөн: 125 миллилитр кефир, 125 грамм аҡ май, 125 миллилитр үҫемлек майы, бер йомортҡа, 70 грамм шәкәр пудраһы, бер сәй ҡалағы ваниль шәкәре, бер аш ҡалағы кукуруз крахмалы, бер сәй ҡалағы куркума тәмләткесе, самалап он кәрәк буласаҡ. Ә эслек өсөн дүрт алма, 200 грамм шәкәр, ярты сәй ҡалағы дәрсен (корица) кәрәк.

Аҡ майҙы һыуытҡыстан алдан алып ҡуябыҙ, ул йомшаҡ булырға тейеш. Алманы эре ҡырғыстан үткәреп, шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә даими болғап, һыуы сыҡҡансы табала быҡтырабыҙ. Дәрсен өҫтәп бер минут тирәһе тотабыҙ ҙа уттан алабыҙ.

Ҡамыр түбәндәгесә эшләнә: сөм һауытҡа йомшарған аҡ май, көнбағыш майы, кефир һалып һәйбәтләп туғыйбыҙ. Шәкәр пудраһы, ванил шәкәре, куркума, крахмал, йомортҡа ҡушып болғайбыҙ ҙа он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.

Ҡамырҙы оҙон өсмөйөш рәүешендә өлөштәргә бүләбеҙ. Минең 35 өлөш килеп сыҡты. Уны йәйеп, алма эслеге һалып, рогаликтар яһайбыҙ. 180 градусҡаса йылытылған мейестә 30 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Ҡамырҙың ингредиенттарын ике-өс тапҡыр арттырып эшләһәгеҙ, бер нисә көн тәмләп сәй эсергә кибеттән һатып алған печенье ла кәрәкмәйәсәк. Үҙең бешергән ризыҡҡа бер нимә лә етмәй шул! Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: Ok.ru

"Башҡортостан" гәзитенән алынды

Читайте нас: