Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль 2020, 23:00

Кем һуң һин Матросов?

Бөгөн, йәғни 27 февралдә Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлыҡ ҡылыуына 77 йыл тулды.

1943 йылдың 27 февралендә Чернушки ауылын азат итеү өсөн барған һуғышта дошман дзоты амбразураһын үҙ күкрәге менән ҡаплап һәләк булған батырҙың исемен тарихтан Александр Матросов булараҡ беләбеҙ.

Кем һуң ул А.Матросов? Ҡайҙа үҫкән, уҡыған?

Тарих дауам итә. Тормошта хәл ителмәгән осраҡтар ҙа, көтөлмәгән хәлдәр ҙә күп осрай. Хәҡиҡәт утта янмай, һыуҙа батмай. 1990 йылдарҙағы рухи күтәрелеш осоронда ҡаһарман егеттең яҙмышын асыҡлау буйынса эш башлана.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклем рус малайы булып йөрөгән А. Матросовты – Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов тип иҫбат иттеләр. Билдәле журналист Рәүеф Насиров бик күп документтар аҡтарғандан, күп кешеләр менән һөйләшкәндән һуң “Һин ҡайҙан, Матросов?” тигән китап яҙҙы. Яҙыусы үҙе лә Учалы районынан. Ул инде Шакирйән Мөхәмәтйәновты ла Учалы районы Ҡунаҡбай малайы икәнен иҫбатланы. Ни сәбәпле бындай иҫ киткес ауыр эшкә тотонған һуң Рәүеф Насиров, быға нимә сәбәпсе булған?

– Мине был эшкә тотонорға халыҡ үҙе этәрҙе. 1988 йыл. Учалыла "Ураҡ һәм сүкеш" район гәзите мөхәррире йөгөн тартҡан саҡ. Ҡунаҡбай ауылынан Шакирйән менән бергә уйнап үҫкән дуҫтары – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан, уның уҡытыусыларынан мөрәжәғәттәр яуа башланы. Ни тиһәң дә, ул унда икенсе класты тамамлап киткән. Тик бының өсөн дәлилдәр, документтар кәрәк! Тотош районды гиҙеп сыҡтым, уны белгән кешеләр менән осраштым. Тик документтарға килгәндә, ауыл Советынан "убыл" тигән справка ғына табылды. Холҡо бигерәк дыуамал булған. Ул саҡта Сәфәр ауылы эргәһенән Миәскә алтын рудаһы ташығандар, Шакирйән шунда сығып киткән еренән ауылына башҡаса ҡайтмаған, – ти ул был хаҡта.

Шакирйән үҙ әсәһенән иртә етем ҡала. Ул йылдар бик ауыр була. Шакирйәндең тыуған йылы 1923 йыл. Ашарға аш, кейергә кейем булмай. Атаһы үгәй әсәй алып ҡайта. Шакирйән бәләкәйҙән үк бик теремек, үҙ аллы булып үҫә. Уның эшләп, туйғансы ашайһы, һәйбәт итеп кейенәһе килә. Шулай уҡ рус телен дә өйрәнергә теләй. Шул уйҙар менән ул тыуған ауылын ҡалдырып сығып китә. Был 1934 йыл була. 1939 йылда уны ауылда күрәләр. Ул һәйбәт кенә кейенгән, рус телендә һөйләшә, үлһәм мине А.Матросов исеме менән эҙләгеҙ, ти атаһына. Ул күп урындарҙа була, юлда тотоп, уны балалар йортона ебәрәләр. Шунан Александр-Шакирйән 1940 йылда Өфөләге балалар хеҙмәт колонияһына эләгә. Китаптар күп уҡый, дуҫтарын ихтирам итә, колонияла уны тәрбиәсе ярҙамсыһы итеп ҡуялар. Колонияла тәртип урынлаштыра. Ул плакаттар, стена гәзиттәре сығара. Һуғыш башланғас, фронттан килгән хәбәрҙәр менән танышып бара. 1942 йылдың 3 сентябрендә уны ла Ҡыҙыл Армия сафына алалар.

Башта Краснохолмск хәрби пехота училищеһында уҡый. 1943 йылдың 18 ғинуарында училищеның бик күп курсанттары, шул иҫәптән Александр-Шакирйәнде лә фронтҡа ебәрәләр. Ул И. Сталин исемендәге 91-се Тымыҡ океан доброволец-комсомолецтар бригадаһына (һуңынан – 56-сы гвардия уҡсы диви-зияһының 254-се гвардия уҡсы полкы) ебәрелә. Рота командирының ординарецы була ул.

Һалдаттар асыҡ ерҙә оҙон-оҙон землянкалар соҡоп, шунда йәшәй. Унда ла һыуыҡ, ашарға ла бик аҙ бирелә. Сөнки бер ниндәй ҙә ярҙам килә алмай, тирә-яҡтан немецтар уратып алған була. 1943 йылдың 23 февралендә Александр- Шакирйәндең бригадаһына Чернушки ауылын алырға тигән приказ бирелә. Ә уға тиклем был ауыл немецтар ҡулында була. Ауылға яҡын барып булмай, дзоттан ут сәсәләр.

Шул ваҡыт Александр-Шакирйән иптәшенә: “Мине ҡаплағыҙ, ә мин дзотҡа яҡыныраҡ барып, граната ырғытам”, – ти. Шакирйән шыуышып барып етә дзот янына һәм ут сәсеп торған амбразураны үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай. Был инде 1943 йылдың 27 феврале була. Ә унан инде беҙҙең һалдаттар “Ура” ҡысҡырып, Чернушки ауылын фашистарҙан азат итә. Шакирйәндең ғүмере шулай өҙөлә.

Ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн 1943 йылдың 9 июнендә А.Матросовҡа СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Фото интернеттан.

Читайте нас: