Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль 2020, 20:25

Нисек йәштәрҙе ауылда ҡалдырырға?

Был мәсьәлә район хакимиәте вәкилдәре, ойошма етәкселәре, студенттар hәм мәктәпте тамамлаусылар менән осрашыуҙа иң актуаль мәсьәлә булды.

Ауыл йәштәре мәктәпте тамамлағандан һуң, тиҙерәк ҡалаға китeргә hәм шунда төпләнеп ҡалырға ынтыла. Шуға бәйле рәүештә, ауылда кадрҙарға ҡытлыҡ барлыҡҡа килә, hәм был иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып тора, сөнки йәш белгестәрҙең үҫеше маҡтанырлыҡ түгел. Һуңғы ваҡытта бындай динамика беҙҙең районда ғына тyгел, ә барлыҡ республика буйынса һаҡлана. Бөгөнгө көндә районға һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт hәм ауыл хужалығы өлкәһендә квалификациялы белгестәр кәрeк. «Йәштәрҙе ауылға нисек ҡайтарырға hәм һаҡлап ҡалырға?» — был мәсьәлә район хакимиәте вәкилдәре, ойошма етәкселәре, студенттар hәм мәктәп тамамлаусыларҙың 22 февралдә Бишбyләк Мәҙәниәт һарайында түңәрәк өҫтәл форматында уҙған осрашыуында иң актуаль мәсьәлә булды. Осрашыу башланғансы, студенттар һораштырыу-анкеталар тултырҙы, был йәштәрҙең ауылға ҡайтырға теләмәүҙәренең сәбәбен бер аҙ асыҡларға мөмкинлек бирҙе. Иң мөhим факторҙарҙың береһе — лайыҡлы хеҙмәт хаҡы. Барлыҡ студенттар ҙа чатта ҡатнашыу hәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреү, үҙ фекерҙәрен hәм тәҡдимдәрен күрһәтеү мөмкинлегенә эйә булды, улар әңгәмә барышында ҡаралды hәм тикшерелде. Район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин райондың үҫеш перспективаларын, ауылда кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы сараларын hәм программаларын билдәләне. Ул билдәләп үтеүенсә, бөгөн районда ихтыяж ҙур булған белгестәр буйынса белем алыусы студенттар эшһеҙ ҡалмаясаҡ, hәм үҙ төйәгенә ҡайтыусы һәр кемгә төрлө ярҙам күрһәтеләсәк.
— Беҙ һеҙгә мохтаж! Һеҙ булмаһағыҙ, кем?! — тине аҙаҡтан Наил Ғабдулла улы. «Россельхозбанк» акционерлыҡ йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк ауылында өҫтәмә офисы етәксеһе Светлана Иванова ауылда ташламалы кредиттар hәм ипотека тураһында һөйләне. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры Лилия Булатова ҡатнашыусыларҙы райондың хеҙмәт баҙарындағы талаптар менән таныштырҙы һәм бөгөнгө көндә асыҡ вакансиялар исемлеген еткерҙе. Унан һуң сара секция дәрестәре менән дауам итте, унда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, эшҡыуарлыҡ hәм ауыл хужалығы өлкәләре вәкилдәре егет-ҡыҙҙарға әлеге өлкәләрҙең өҫтөнлөктәре, теге йәки был өлкәгә ярҙам итеү саралары тураһында һөйләне, ә тегеләре, үҙ сиратында, үҙ тәҡдимдәрен әйтеп, ауылда мөмкин булған тормошҡа hәм эшкә урынлашыуға үҙ ҡараштарын белдерҙе. Сара аҙағында студенттар Президиумы ойоштороу ҡарары ҡабул ителде, унда республика уҡыу йорттарында белем алыусы барлыҡ студенттар ҙа бер-береһе менән аралаша, үҙ теләктәрен hәм тәҡдимдәрен еткерә, район хакимиәтенән ярҙам ала аласаҡ. Ҡатнашыусылар бындай осрашыуҙарҙы даими рәүештә уҙғарыу кәрәклеген билдәләп yтте. Бәлки, бындай осрашыуҙарҙың һөҙөмтәһе булыр, йәштәр ауылда ҡалыр һәм был район үҫешенә ҙур этeргес бирер.
Айгoл Гәрәева.
Автор фотолары.
Читайте нас: