Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Февраль 2020, 14:40

Диабет менән сирлеләр өсөн файҙалы сәй

Табиптар әйтеүенсә, ромашка сәйе диабет ауырыуынан ярҙам итә икән. Был турала The Times Hub порталы белдерә.

Билдәле булыуынса, диабет, инсулин етешмәү сәбәпле, глюкозаны организм үҙләштермәүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Әгәр хәл-торошто контролгә алмағанда, әлеге сир бѳйѳр, мейе, йѳрәк кеүек ағзаларҙы зарарлаясаҡ.
Был эсемлек ҡандағы шәкәрҙе кәметергә һәләтле. Хатта кѳнѳнә бер генә сынаяҡ аҡ сәскә сәйе лә сирҙең кѳсәйеүен тотҡарлай; ашҡаҙан аҫты биҙе күҙәнәктәренең йәрәхәтләнеүен кәметә.
Ромашка сәйе кәйефте яҡшырта, тонусты күтәрә, матдәләр алмашыныуын кѳйләй, организмдан токсиндарҙы сығара.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ромашкала яман шеш күҙәнәктәренең үрсеүен булдырмаусы матдә лә бар икән.
фото Интернеттан.
Читайте нас: