Әлеге микроэлемент һөйәктең дөрөҫ төҙөлөшөн һәм уның сәләмәтлеген тәьмин итә. Бор – кешенең тән туҡымалырнда тупланып, быуындар һыҙлауын баҫа, һөйәк һыныуын кәметә.
Сәтләүекә гемоглобин дәрәжәһен арттырыусы баҡыр бар. Ә был, үҙ сиратында, организм күҙәнәктәрен кислород менән байыта, кәйефте яҡшырта. Сәтләүекте өлкәндәргә лә, балаларға ла ашарға кәрәк. Шулай ҙа, уның ауырыраҡ ризыҡ икәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Диетологтар көнөнә 50-100 грамм сәтләүек ашау етә тип һанай.
Әстерхан сәтләүеге, мәҫәлән, шәкәр ауырыуынан интегеүселәргә файҙалы. Ул ашҡаҙан эшсәнлеген, баш мейе күҙәнәктәре эшсәнлеген яҡшырта, стенокардия, йөрәк өйәнәген киҫәтә.
Кедр сәтләүеге иһә үҙенең нәфислеге һәм тиҙ эшкәртелеүе менән дан тота, иммун системаһын нығыта. Уны үт ҡыуығында таш булғанда һәм йөрәк ауыртҡанда һәм йөрәктәге тайпылыштар менән интегеүселәргә ҡулланырға кәңәш итәләр.
Ә бына кешью бактерияларға, микробтарға ҡаршы тора, тонус бирергә лә һәләтле. Йөрәк, ҡан тамырҙары, теш ауыртыуҙарына ҡаршы тора ала, ул матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, аҙ ҡанлылыҡтан да бына тигән сара.
Уран сәтләүеге (фундук) ашҡаҙан системаһын нығыта, мейе күҙәнәктәрен үҫтереүгә ярҙам итә. Аҡыл хеҙмәте кешеләре өсөн дә ул – бына тигән аҙыҡ.
Фисташка – иң аҙ калориялы сәтләүектәрҙән һанала. Ул йөрәкте һау-сәләмәт тоторға ярҙам итә, ти ғалимдар. Был сәтләүек клетчаткаға бай. Ә был, үҙ сиратында, ҡандағы шәкәр, холестерин дәрәжәһен көйләй.
Ер сәтләүек (арахис) яратыусылар уның фолий кислотаһы сығанағы икәнен яҡшы белә. Бынан тыш, ул ҡан эшләү ағзаларына ыңғай йоғонто яһай, уны ҡулланғанда йыйырсыҡтар яҙыла, арахис шулай уҡ тын юлдарын дауалағанда ла ыңғай һөҙөмтә бирә.
Пекан сәтләүеге иһә әстерхан сәтләүегенә оҡшаған. Ул яман шеiкә ҡаршы тора алыуы менән билдәле. Уның организмға витаминдар етешмәгәндә, хәлһеҙлектән файҙалы икәне лә мәғлүм. Ул ҡандағы холестеринды ла кәметә.
Макадамия тәме буйынса фундукты хәтерләтә, тик ҡабығы ауыр таҙартылғанға күрә, донъяла иң ҡиммәтле сәтләүектәрҙән һанала. Уны ҡулланған кешелрҙең тәне нәфисләнә.
Бразилbя сәтләүеге күңел көрлөгө бирә, организмды селен матдәһе менән тәьмин итә, йәшәртә, ҡандағы шәкәрҙе номәлләштерә һәм стрестарҙан һаҡлай.
Академик Павлов сәтләүекте “киләсәк икмәге” тип атаған. Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ барҙыр. Әммә был әле сәтләүекте икмәк урынына ашай башлағыҙ, тигән һүҙ түгел. Һәр нәмәлә сама белеү фарыз.