Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Март 2020, 17:25

Ауырлыҡтар рухын һындырмаған

Салават Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына — 115 йыл

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан тәүге иң күренекле яҙыусыларҙың береһе 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһының Пугачев өйәҙе Хәсән ауылында Лотфулла Ильясов тигән ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Белемгә мәҙрәсәлә уҡып эйә була. Ул замандарҙа башҡорт ҡыҙҙарының белем алыуы, ғәҙәттә, шуның менән тамамлана торған булған, һуңынан уны тиҙерәк кейәүгә биргәндәр. Әммә Һәҙиәне икенсе яҙмыш көтә. 1919 йылда атаһы үлгәс, ғаилә хәстәрлеге уның иңенә төшә. Аслыҡты ла, һыуыҡты ла, ауыр хеҙмәтте лә кисерергә тура килә. Граждандар һуғышы йылдарында башҡорт ҡыҙҙарынан беренсе булып комсомолға инә. Ун биш йәшлек Һәҙиә күрше ауылға уҡытыусы булып китә, һуңынан Һамар педтехникумында, аҙағыраҡ Өфө пединститутында педагогик белем ала. 1927 йылдан Дәүләтшина – балалар йортонда тәрбиәсе, ә 1932-1933 йылдарҙа – редакторҙар әҙерләү буйынса Мәскәү институты студенты. 1933 йылда ире, билдәле башҡорт яҙыусыһы Ғөбәй Дәүләтшин, менән бергә республиканың көньяғына китә һәм унда гәзит хеҙмәткәре булып эшләй. Һуңынан Ғөбәй Башҡортостан мәғариф наркомы булып китә. Ҡатынына тәүге ижади аҙымдарын яһарға ул ярҙам итә.
Тәүге әҫәре – «Пионерка Һылыуҡай» хикәйәһе (1926). Шулай ҙа коллективлаштырыу тәьҫире аҫтында яҙылған «Айбикә» повесы (1931) уға танылыу килтерә. Ул төрлө жанрҙарҙа сығыш яһай, шиғырҙар, очерктар, хикәйәләр яҙа. Күп хикәйәләренең төп темаһы – элек иҙелеп йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙының рухи яңырыуы.
Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы бөтә илгә билдәле була. Романдың айырым өҙөктәре 30-сы йылдарҙа уҡ баҫыла. Әммә репрессиялар уның ижадына аяҡ сала. 1937 йылда Һәҙиә ҡулға алына, ире халыҡ дошманы булараҡ атып үлтерелә. Биш йыл лагерҙа ултырып ҡайтҡандан һуң Дәүләтшинаға Бөрөлә генә йәшәргә рөхсәт ителә, әҙәби һәм педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйыла. Оҙаҡ йылдар Һәҙиә йәбер-золомға дусар булып йәшәй, ғүмерен матди мохтажлыҡта үткәрә.
Яҙыусы романына 50-се йылдар башында ғына әйләнеп ҡайта. Роман-эпопеяла башҡорт халҡының 1902-1922 йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларға бай тормошо сағыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Һәҙиә үҙенең төп романының баҫылып сыҡҡанын күрмәй. Ул 1954 йылдың 5 декабрендә Бөрөлә вафат була, ә китап 1957 йылда ғына сыға.
Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе, таланты башҡорт донъяһында М.Аҡмулла, М.Буранғол һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора. Уның яҡты исеме халҡыбыҙҙың йөрәк түрендә мәңгелеккә урны алды.
"Культурный мир Башҡортостана"нан алынды.
Читайте нас: