Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Март 2020, 17:53

Тәҙрә һәм һыуытҡыстағы пластик һарғайһа ни эшләргә?!

Тәҙрә, һыуытҡыстарҙағы пластик тора-бара һары төҫкә керә башлай. Әгәр ҙә полимерҙың үҙ структураһындағы үҙгәреш түгел икән, уны таҙартырға була.

Ул, ғәҙәттә, туҙан һәм май ҡатламы йыйылыуҙан барлыҡҡа килергә мөмкин. Иң элек кер һабыны йәки һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡлыҡ менән ышҡып ҡарағыҙ. Улай ҙа бөтмәһә, составында хлор булған шыйыҡлыҡты эшкә егегеҙ. Уны бер нисә сәғәткә йәки төнгөлөккә ҡалдырһағыҙ ҙа була.
Пластикты сода иретмәһе менән таҙарта алаһыҙ. Бер литр һыуға бер ҡалаҡ сода һәм бер ҡалаҡ кер йыуа торған порошок һалып иретегеҙ. Ошоно зарарланған урындарға ағыҙып, бер нисә сәғәткә ҡалдырығыҙ. Пластик материалдар өсөн сығарылған, составында спирт һәм ацетон булған шыйыҡлыҡты ла ҡулланып ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас: