Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Март 2020, 10:10

Аҡҡоштар (хикмәтле хикәйәт)

Бер батшалыҡҡа яҡын ғына бик матур күл була. Һәр йыл һайын тиерлек унда аҡҡоштар осоп ҡайтып, оя ҡороп, бала сығара. Халыҡ уларҙы бик яратҡан һәм ҡайтыуҙарын һағынып көткән.

Әммә ҡайһы бер йылдарҙа аҡҡоштар бейек тауҙағы күлдәргә осоп китеп, шунда оя ҡорған. Шул ваҡыт кешеләр бик ҡайғырған һәм, йыл бик уңышлы булмаясаҡ, тип юраған. Шуның өсөн дә ҡоштарҙың тап уларҙың күленә әйләнеп ҡайтыуын теләгәндәр.
Бер көндө батша үҙенең күпте белгән ышаныслы һәм аҡыллы ярҙамсыһына:
-Аҡҡоштарға ҡарата үҙебеҙҙең һөйөүебеҙ хаҡына бөгөн төндә күлде һөт менән тултырырға бойорҙом., - ти. – Тирә-йүндәге бөтөн крәҫтиән дә, берәр биҙрә һөт килтереп, күлгә ҡойорға тейеш.
Шул саҡ ярҙамсыһы:
-Батшам. Башланғысығыҙ бик ҡыҙыҡлы. Бынан нимә килеп сығыр икән һуң?- тигән.
Икенсе көндө батша күлдең һөт менән түгел, ә һыу менән тулғанын күрә. Һәр кәрҫтиән төндә һөт урынына берәр биҙрә һыу ҡойған булып сыға.
- Был минең өсөн көтөлмәгән хәл. – ти батша. – Ошонан сығып, үҙ халҡым тураһында бер нәмәл әл белмәүемде аңланым.
Ярҙамсыһы көлөп ебәрә:
- Һәр крәҫтиән, әгәр ҙә берәр биҙрә һөт ҡойғанда, мин бер биҙрә һыу ҡушһам, быны бер кем дә һиҙмәҫ, бер биҙрә һыу һөт тулы күлдә буталыр, тип уйлаған. Иң үкенеслеһе шул – бөтәһе лә шулай уйлаған. Сөнки халыҡтың аңы шундай. Бөтәһе лә тәбиғәттән килә: яҡшы – насар, файҙалы – файҙаһыҙ, яраҡлы – яраҡһыҙ... Һинең бойороғоң да ике төрлө төшөнсә хаҡында түгелме? Шул турала уйла әле, ҡәҙерле батшам, - ти.
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: