2. Уҡбалыҡ (стерлядь). Мәрсен һымаҡтар ғаиләһенә ҡарай. Рәсәйҙә Ҡара, Азов, Каспий, Балтик диңгеҙҙәрендә, Йәнәсәй йылғаһының ҡойған ерендә, Башҡортостанда Ағиҙелдә, Ҡариҙелдә, Эҫемдә, Өршәктә, Димдә осрай. Йыл һайын Ағиҙел менән Ҡариҙелгә уҡбалыҡтың селбәрәләре күпләп ебәрелә.
3. Ҡыҙыл балыҡ (таймень). Себер йылғаларында бик күп. Башҡортостанда иһә Ағиҙел, Эҫем, Инйәр, Һәләүек, Гәүзәк, Мәндемдә бик һирәк осрап ҡуя. Элегерәк Йөйәк йылғаһында ла тотҡандар.
4. Йылға бағрыһы (ручьевая форель). Һөмбаштар ғаиләһенә ҡарай. Европала киң таралған. Башҡортостанда Ләмәҙе, Наяҙы, Үҙән, Оло һәм Бәләкәй Ҡыҙылда, Һүрән, Ыҡ, Бетерә, Мәндем, Зигән, Инәк, Бирҙәш һәм башҡа тау йылғаларында осрай. Ҡайһы берҙәренең үҙәнендә һыуһаҡлағыстар төҙөлөү сәбәпле, бағрылар бөтөнләй юҡҡа сыҡты.
5. Бәрҙе (хариус). Һөмбаштар ғаиләһенә ҡарай. Өфө, Ағиҙел, Урал, Һаҡмар, Инйәр, Әй, Ыҡ, Тирлән, Бәләкәй Нөгөш, Миндәк, Йүрүҙән, Ҡағыла үрсегән. Ҡайһы бер ваҡ тау йылғаларында ла осрап ҡуя.
6. Шаршы күкене (русская быстрянка). Ҡара һымаҡтар ғаиләһенә ҡарай. Ағиҙел, Нөгөш, Ҙур һәм Бәләкәй Инйәрҙә, Ләмәҙе, Сим, Өфө, Өршәк, Ашҡаҙар, Йүрүҙән, Ыҡ йылғаларында осрай.
Зөгәй (обыкновенный подкаменщик). Башҡортостанда Мәләүез районында Ағиҙелдең ҡушылдыҡтарында, Бәләкәй Инйәрҙә, Ағиҙел, Өфө йылғаларының төньяҡ ҡушылдыҡтарында үрсегән. Шуны өҫтәргә кәрәк: һуңғы йылдарҙа тәбиғи байлыҡтарҙы ҡоротоусылар ниндәй генә ысулдар менән тотмай, шуларҙың иң ҡурҡынысы – электрлаштырылған ҡармаҡ һәм ау. Бына ошо сәбәпле күп күл-быуалар тереклекһеҙ ҡала. Ундайҙарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшергә кәрәк. Рәхәтләнеп ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотоуға ни етә!