Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март 2020, 13:35

Яҙ көнө бүлмә гөлдәрен нисек тәрбиәләргә

Магазиндарҙа һатыла торған күп кенә гөлдәр беҙгә сит илдән килә. Уларҙың генетикаһы эҫе климатҡа яраҡлашҡан.

Шуға ла был гөлдәр өсөн фатирҙа йәки өйҙә йылыраҡ булған һайын яҡшы. Йыл буйына гөл сүлмәгендәге тупраҡ ярлылана, унда микроэлементтар һәм туҡлыҡлы матдәләр йыуыла. Шуға ла яҙғыһын гөлдәр өҫтәмә туҡландырыуға мохтаҗ. Әйтәйек, шәкәр менән. Бер ҡалаҡ шәкәр ҡомон ярты литр йылы һыуға һалып иретәбеҙ ҙә һибәбеҙ. Шәкәр ҡомон тупраҡ өҫтөнә һибеп, уның өҫтөнә һыу һибә алаһыҙ. Быны айына бер тапҡыр эшләргә кәрәк.
Һыуҙы яҙғыһын артығыраҡ һибергә кәрәк була. Март аҙағында уларҙың яңы һабаҡтары, япраҡтары һәм сәскәләре барлыҡҡа килә, улар иһә күберәк дым талап итә.
Гөл япраҡтары һарғайһа, үҫеше лә аҡрын барһа, был тәү сиратта грунттағы һауа булмауға бәйле. Йыл дауамында сүлмәктәге тупраҡ "ултыра" һәм ҡатылана. Уны йомшартып тормаһағыҙ, гөл тамырына кислород килеп етмәй. Болонда үҫкән сәскәләрҙең дә тупраҡтарын йомшартып тороусы юҡ, тик улар тирәһендә бөжәктәр, ваҡ кимереүселәр йөрөп, тупраҡты йомшартып торалар. Ә гөл тирәһендә ундай бөжәктәр юҡ. Улар һеҙҙең ярҙамды көтә. Һыу һипкән көндә йомшарта күрмәгеҙ.
Интертат.
Читайте нас: