Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2020, 19:15

Аҫыл затҡа туғыҙ кәңәш

Аҫыл заттың сәләмәтлеге бик нескә, ғүмер дауамында уның организмында күп төрлө үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Табиптар һәм ғалимдар ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын һаҡлау ысулдарын даими эҙләй. Бөгөн уларҙың бер нисә кәңәшен һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәбеҙ.

Тәнде һәр ваҡыт таҙа тотоуҙың мөһимлеге билдәле, әммә уның менән артыҡ мауығыуҙың зарарлы булыуы ихтимал. Ғәҙәттәге һабын урынына бактерияларға ҡаршы һабын менән йыуынған ҡатын-ҡыҙҙың йышыраҡ сирләүе билдәле. Йоғошһоҙланды­рылған матдәләрҙең бактериялар балансын боҙоуы бар. Өҫтәүенә антисептик матдәләр сәләмәтлек өсөн файҙалы бактерияларҙы юҡ итеүгә һәләтле.

Сәйҙе күп эсеүҙән тартынмағыҙ, ти белгестәр. Ҡара сәйҙең ауыҙ ҡы­уышлығындағы кариесҡа килтергән бактериялар үҫешен тотҡарлауы билдәле. Ул хатта ҡан тамырҙа­рындағы микротромбтарҙың барлыҡ­ҡа килеү хәүефен кәметә.

Газлы эсемлектәрҙән баш тарт­һағыҙ, һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ. Тик­шеренеүҙәрҙән күренеүенсә, фосфор кислотаһы (Е338) бөтә газлы эсем­лектәрҙә лә бар (минераль һыуҙан башҡаһында). Тап ошо кислота организмдан кальцийҙы йыуып сығара. Ҡатын-ҡыҙ өсөн кальций бик әһә­миәтле, йөклөлөк осоронда ул әсәнең организмынан баланың үҫешенә тотонола. Был элемент етешмәгәндә, һөйәк массаһы кәмей һәм йомшара, хатта дистрофияға килтереүе ихтимал.

Фолий кислотаһы хаҡында хәбәр­ҙарһығыҙмы? Был микроэлементтың ауырлы ҡатындың организмында етешмәүе тыуасаҡ сабыйҙың сәлә­мәтлегендә сағылыш таба. Шул ар­ала сабыйҙарҙың төрлө кәмселектәр менән донъяға килеүе бар. Фолий кислотаһын бөтә йөклө ҡатындар ҙа ҡабул итергә тейеш. Был элемент ҡартлыҡта һуҡырлыҡты иҫкәртеүе мөмкин. Күҙҙәге селтәрле шекәрә дистрофияһы һуҡырлыҡҡа алып килә, ә фолий кислотаһын дөрөҫ ҡулланыу сәләмәтлекте һаҡларға ярҙам итәсәк. В12 һәм В6 витаминдарын ошо микроэлемент менән комплекслы файҙаланыу дистрофия хәүефен 40 процентҡа кәметә.

Ябығырға ашыҡмағыҙ, тип иҫкәртә сит ил ғалимдары. Үтә ябыҡ ҡа­тындар остеопороз сиренә юлыға, бала табыуҙан мәхрүм ҡала. Зифа буйлы моделдәргә ҡыҙыҡмағыҙ, улар бер минутлыҡ дан өсөн сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуя.

Дарыуҙарҙы белеп эсегеҙ, айырыу­са салт аяҙ йәмле йәй көндәрендә. Ҡояштың бөтә тереклек өсөн файҙалы булыуын яҡшы беләбеҙ, тик уның ҡай­һы бер препараттарҙы ҡуллан­ғанда кире тәьҫире һиҙелеүе ихтимал. Бәғзе бер дарыуҙар тән тиреһенең һиҙгерлеген көсәйтә, һөҙөмтәлә тәндең бешеүенә йәки яман шешкә килтереүе мөмкин. Антибиотиктар, һытҡыларға ҡар­шы ҡулланылған ҡайһы бер кремдар, холестеринды кәметкән препараттар менән һаҡ булығыҙ.

Стресҡа бирешмәйем тиһәгеҙ, банан ашағыҙ. Унда һеҙҙең сәләмәтлекте һаҡлаған триптофан аминокислотаһы бар.
Утыҙ йәшкә тиклем ике бала әсәһе булырға өлгөрһәгеҙ, бик яҡшы, тип иҫәпләй белгестәр. 20-30 йәштәр араһында сабый имеҙеү күкрәк яман шеше осраҡтарын кәметә.

Гантелдәрегеҙ бармы, булмаһа – һатып алығыҙ. Аҫыл заттың 70 проценты арҡа һәм бил ауыртыуына зар­лана. Мускулдарҙы нығытыу өсөн физик күнегеүҙәр бик әһәмиәтле.
Читайте нас: