Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2020, 15:45

Ҡара ҡарға – яҙ илсеһе

Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй тигәндәй, йылы яҡтан ҡайтҡан ҡара ҡарғалар көтөүҙәре менән шау-гөр килеп, оя ҡороу хәстәрен күрә.

Белеүебеҙсә, башҡорттар элек-электән үк ҡара ҡарғаны изге йән эйәһе тип ҡабул иткән. Ер-һыу кипкәс, әле лә күп кенә төбәктәрҙә ҡарға бутҡаһы байрамы ойошторола. Ә был ҡоштар тураһында беҙ нимә беләбеҙ һуң?
Орнитологтарҙың, был ҡоштарҙың аң-зиһен буйынса күпмелер кимәлдә үҫешкән булыуын иҫбатлаған. Мәҫәлән, Токио ҡалаһында ошондай хәлгә юлығалар: ҡарғалар юлға әстерхан сәтләүеге тәгәрәтәләр – тәгәрмәс аҫтына эләгеп ярыласағын нисектер аңлайҙар. Светофорҙа ҡыҙыл ут янғанын сабыр ғына көтәләр ҙә, һуңынан ғына һыйланырға керешәләр. Ғөмүмән, юлға ем ашарға төшкәндә тәүҙә светофорға ҡарап алырға күнегеүҙәре киң билдәле факт. Ҡоштар хатта икмәк һынығын тапһа ла, уны ҡоролай йотоп аҙапланмайҙар, ә күләүеккә алып барып ебетеп алалар икән.
Яҙғыһын, ҡарғаның яңы сәселгән фасоль йәки ҡабаҡ орлоғон соҡоп алғанын күргәнегеҙ барҙыр. Бер хужалыҡҡа яңы сәселгән кукуруз орлоғон соҡоп алып зыян килтерәләр. Был бәләнән ҡотолоу өсөн фермерҙар кукурузды зәһәр еҫле шыйыҡсаға манып сәсеп ҡарайҙар. Ҡарғалар тиҙ яраҡлаша – һыуға алып барып сайҡалалар ҙа, шунан һуң ғына һыйланалар. Ғалимдар байтаҡ тәжрибә үткәрә. Бер юлы аҙыҡ һалынған ике һауыт тәҡдим ителһә, һис тә яңылышмайынса күберәк һалынғанын һайлайҙар. Мәҫәлән, кешегә тәү ҡараштан ҡайһы һауытта 11 йәки 12 селәүсен һалынғанын билдәләүе ауыр, ә бына ҡоштоң хәленән килә.
Оксфорд университетында үткәрелән тәжрибә иғтибарға лайыҡ. Ҡарғаның томшоғо етмәҫлек тәрәнлектәге һауытҡа ризыҡ һалына. Ҡош иһә башын тығып тормай, экспериментаторҙар һалған сымдар араһынан оҙонлоғо тура килгәнен һайлай, осон кәкерәйтә һәм ошо ырғаҡ менән эләктереп, аҙыҡты һөйрәп сығара. Ҡарғалар төрлө эш ҡоралдарын ҡулланырға әүәҫ булыуҙары менән дә айырылып торалар.
Уйнап күңел асыуҙары ғына ни тора. Бер ҡарға бейеккә күтәрелеп ниндәйҙер предметты төшөрөп ебәрә. Икенсеһе иһә эләктереп алырға тейеш. Тота алһа, урындары менән алмашалар. 1985 йылда Мәскәү Кремлена ҡарғалар эйәләшә. Ҡыйыҡтың өҫкө өлөшөнә лыпын ултырып ултыралар ҙа, аҫҡа тиклем шыуып төшөп кинәнәләр.
Аҙыҡты ҡайҙалыр йәшәреп тороу ғәҙәттәре лә билдәле. Ә артынан икенсе ҡарғалар ҡарап йөрөй. Шуға ла йәшергән булып ҡыйланып, шул арала ризыҡты ҡауырһын араһына тығып, яңынан икенсе урынға күмәләр икән.
Ҡарғалар 120 төрлө тауыш сығарып ҡысҡыра. Ҡыҙыҡ, йәш ҡош тауыш бирһә, ҡалғандар тәүҙә эштең айышына төшөнә, ә олораҡ ҡарға иҫкәртһә, барыһы ла шундуҡ күккә күтәрелә.
Ҡарғаларҙың тирә-йүнде ҡоротҡостарҙан, бөжәктәрҙән таҙартыуын да иҫкә алғанда, күпме файҙа килтергәндәрен төҫмөрләргә мөмкин. Балаларын ашатыу өсөн ҡарға 60 төрлө бөжәк ташый – 75 ипроценты ҡоротҡос бөжәктәр.
Фото Интернеттан.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас: