Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Март 2020, 20:40

Ҡатын-ҡыҙ - илаһи зат

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө -Алһыу гөлгә тиртеп тулышҡан.Таң ысығы йөҙөн сафландырып,Нурын алып үҫкән ҡояштың.

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө -
Һутланып та бешкән еләктәр.
Тамылйырға торған сейәләрҙәй
Ирендәре наҙлап иркәләр.

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө -
Мөхәббәтле ҡыҙыл раузалар.
Һаҡһыҙ ҡағылмағыҙ күңеленә,
Сәнскеләре менән язалар.

Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө -
Туҙғанаҡтай сәскә сал төшөр.
Ҡатын-ҡыҙһыҙ ерҙә йәшәү юҡтыр,
Ҡатын-ҡыҙһыҙ ут та өшөтөр.
https://moradim.rbsmi.ru/
Читайте нас: