Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Март 2020, 11:35

Кариес нисек барлыҡҡа килә?

Күп кешенең теше кариес арҡаһында һыҙлай. Ашағандан һуң тештәрҙе насар, йәки бөтөнләй таҙартмаһаң, ағыулы кислота бүлеп сығарыусы бактериялар үрсей башлай.

Был кислота арҡаһында кальций, фосфор юҡҡа сыға, тештең эмале йоҡарып, кариес барлыҡҡа килә. Кариес башланғанда бер ниндәй ҙә ауыртыу һиҙелмәй. Бары тик табип ҡына тештәрҙе ентекле ҡарағандан һуң белә ала. Ғәҙәттә, кариес, теш щеткаһы барып етмәгән урындарҙа барлыҡҡа килә. Кариес иң беренсе тештә ҡара тап булып барлыҡҡа килә. Ҡара тап тәрәнәйә барып,тештең үҙәгенә (пульпа (нерв) үк үтеп инә. Ошо өҙлөгөү теш һыҙлауына килтерә лә инде. Был ваҡытта теш үлегә әйләнә, нервты алырға кәрәк була.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: