Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Март 2020, 14:35

Тәҙрә төбөм гөл генә

Был киң таралған гөлдөң фәнни исеме – фукция. Тыуған ере – Көньяҡ һәм Үҙәк Американың тропиктары. Был гөлдө “өләсәйҙәр гөлө” тип атарға ла була. Сөнки уны элек-электән тәҙрә төбөндә үҫтерәләр.

Тәүге фукцияны 1695 йылда фрнацуз ботанигы Плюмьер Америкалағы бер утрауҙа экспедицияла йөрөгәндә таба һәм билдәле немец ботанигы Леонхард Фукстың исемен ҡуша.
Фукцияның ҡыуаҡ һымаҡ та, ағас һәм лиана һымаҡ та үҫеүсе төрҙәре бар. Үҫтереү өсөн әрһеҙ: яҡтылыҡҡа бик талапсан түгел, хатта төньяҡҡа ҡараған тәҙрәләр төбөндә лә күп осраҡта сәскә ата. Ҡыш көнө тамсыгөлдө һалҡыныраҡ бүлмәлә тотоғоҙ. Әгәр ҙә япраҡтары ҡойолһа, борсолмағыҙ, яҙға яңылары сыға башлар. Гөлдө сәскә атҡан ваҡытта төрлө яҡҡа борғолап ултыртырға ярамай, сәскәләре ҡойолоу ихтималлығы бар. Үтә һуҡҡан елдән да һаҡланырға кәрәк.
Күсереп ултыртыр алдынан яңы тупраҡ хәстәрләгеҙ. Уға урмандағы япраҡлы, үләнле тупраҡ, янған тиреҫ һәм ҡом ҡушылмаһы ҡулай. Яңы һабаҡтар сәскәле булһын өсөн фукцияның һабаҡтарын ҡыҫҡартырға кәрәк. Ә ҡырҡҡан һабаҡтарҙы аҙаҡ үрсетергә мөмкин. Блы эштәр яҙғыһын йәки йәй башҡарыла. Тамырландырыу өсөн фукция һабаҡтарын һыуға йәки ҡомға тығып ҡуйырға була.
Улар ултыртҡан йылда уҡ сәскә ата башлаясаҡ. Бер нисә һабаҡты бер көршәккә ултыртҡанда матур гөлләмә кеүек буласаҡ.
Тропик үҫемлектәрҙең барыһы ла, һыу ҡойоуҙан тыш, япраҡтарына һыу бөркөүҙе ярата. Күп сәскә атҡан мәлендә ашларға кәрәк. Мәҫәлән, һыйыр малы тиреҫен (1:10) йәки 0,1 процентлы минераль ашламаларҙы азот, фосфор сиратлап һибеү яҡшы.
Тамсыгөл һауа йылылығы кинәт үҙгәреүен дә еңел кисерә ала. Шуға уны ҡайһы берәүҙәр йәй көнө тышта ла үҫтерә. Фукцияны асыҡ һауаға ултыртҡанда тупраҡ ҡатламы 20-25 см тәрәнлегендә булырға тейеш. Ҡыраулы көндәр башланғансы, гөлдәрҙең төбөн күмеп, 30 см бейеклегендәге түбәләс яһайҙар, һуңынан өҫтөнә ҡоро япраҡ һалалар. Яҙғыһын, ҡырау ҡурҡынысы үткәс тә, үҫемлектәрҙе асалар. Бөгөнгө көндә фукцияның 500-ҙән ашыу гибрид төрө бар.
Фото Интернеттан.
Ләйлә Ғүсәрова әҙерләне.
Читайте нас: