Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2020, 12:50

Милли ризыҡтарыбыҙ

Талҡан – башҡорттарҙың борондан килгән милли аҙығы.

Ул сәләмәтлек өсөн бик тә файҙалы. Уны әҙерләү өсөн бойҙай орлоғон ҙур табала йә ҡаҙанда утта ҡыҙҙырып алалар (ҡыҙҙырылған бойҙайҙы ҡурмас тип тә атайҙар). Унан ҡул тирмәнендә он итеп тарталар. Ҡурмас онона һары май, һөт йә бал ҡушып ашайҙар.
Хәҙерге ваҡытта бойҙай орлоғон шыттырып алыу ысулы менән эшләйҙәр. Ундай талҡан файҙалыраҡ та, В, Е витаминдарына һәм төрлө минералдарға байыраҡ та була. Уны аҙыҡ-түлек магазиндарында ла һатып алырға мөмкин.
Читайте нас: