Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2020, 13:40

Мул уңыш алам тиһәң...

Кишер орлоғон сәсеүгә әҙерләйбеҙ.

Сәсергә 10-12 көн кала, кишерҙең ҡоро орлоҡтарын туҡыма тоҡҡа һалып, дымлы һәм һалҡын тупраҡҡа күмеп ҡуялар (бер көрәк тәрәнлегендә). Ултыртаһы көндә ҡаҙып алып, таралып торорлоҡ хәлгә килгәнсе (20-25 минут) киптерәләр һәм сәсәләр. Бындай орлоҡтарҙы сәсеү уңайлы: улар бүрткән һәм эреләнгән була. Шытымдар 4-5 көндән күренә башлай.
Орлоҡтарҙы бүрттереү өсөн иретмә:
1 литр йылы һыуға 1 ҡалаҡ ағас көлө һалып болғатырға.
Орлоҡтарҙы туҡыма тоҡҡа һалалар һәм әлеге иретмәлә бер тәүлек тоталар. Унан һуң һыу менән сайҡап һәм дымлы сепрәк менән бер нисә ҡат төрөп, 2-5 тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуялар. Сәсер алдынан таралып торорлоҡ хәлгә килгәнсе (20-25 минут) киптерәләр.

Фото: atmagro.ru
Читайте нас: