Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Март 2020, 13:20

Сәйгә тәмлекәстәр

Ҡамыр өсөн ярты килограмм он, 250 грамм ҡаты аҡ май, 150 мл ҡаймаҡ, шәкәр пудраһы кәрәк буласаҡ.

Эслек өсөн үҙегеҙ яратҡан ҡуйы ҡайнатманы алырға мөмкин.
Әҙерләй башлайбыҙ. Тәүҙә иләнгән онға аҡ май киҫәктәрен һалып ыуабыҙ. Ҡаймаҡ өҫтәп йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр әҙер булғас, 1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Төнгөлөккә ҡалдырырға ла мөмкин.
Һыуытҡыстан алып ярты сәғәт өҫтәлдә тотабыҙ. Шунан уны өс-дүрт өлөшкә бүләбеҙ. Башта бер өлөшөн йәйеп, 7х7 размерында ҡырҡып, эсенә ҡайнатма төрәбеҙ. Уны кифлик формаһында әүәләйбеҙ. 200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 15-25 минут бешерәбеҙ. Өҫтәре алһыуланғансы. Әҙер ризыҡҡа шәкәр пудраһы һибәбеҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас: