Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март 2020, 12:58

Яран – тәҙрә төптәренең генә түгел, балкондарҙың да гүзәл биҙәге ул.

Яран – тәҙрә төп­тәренең генә түгел, балкондарҙың да гүзәл биҙәге ул.

Уны тәрбиәләп үҫтереүҙең ауырлығы юҡ. Өй шарттарында туғыҙ ай сәскәгә күмелеп ултыра, ҡыш ҡараңғы урында – иҙән аҫтында йәки йылытылған балконда, фатирҙағы ҡараңғы бүлмәлә ял итә. Тамырҙары ҡоромаһын өсөн, айына бер мәртәбә аҙ ғына һыу ҡойоу ҙа етә.
Март башында гөлдәрҙе яҡтыға сығарып, яңы тупраҡҡа күсереп ултыртабыҙ. Ботаҡтарын киҫеп, тамырландырыу өсөн һыулы стакандарға ҡуйырға була. Яранға йылытылған ямғыр йәки ҡар һыуын аҙнаһына ике-өс мәртәбә ҡойоу етә.
Крандан ағыҙып алған һыуҙы һауытында асыҡ тотоп, кислородҡа байытабыҙ. Тупрағын даими йомшартып, ашлап, сәскәһен ҡойған һабаҡсығын өҙөп тороуға мохтаж ул.
Гөл тамырҙары тармаҡлы, үҙе сәләмәт, ҡупшы таждары эре булһын, сәскәләре оҙаҡ торһон өсөн «Любимый напиток цветущих растений», «Здравень-турбо для комнатных растений» менән минераль ашламалар менән туҡландырыу отошло.
Гөлдәр бәшмәк сиренә бирешмәһен, тамырҙары ныҡ булһын өсөн бер литр һыуға бер тамсы йод тамыҙып, икенсе юлы бер литр һыуға бер аш ҡалағы көл һалып, 3-4 көн төнәтергә кәрәк.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: