Район үҙәге Иҫке Собханғол янынан Ағиҙел аға. Йылғала йылы яҡҡа осмай ҡалған аҡҡош ҡышлай. Уның менән бер йорт ҡаҙы араһында хистәр тоҡана, инә ҡаҙ, ата ҡаҙҙы ташлап, аҡҡош менән Ағиҙел янында көн үткәрә башлай. Ниндәй генә сара күрмәй хужалар, ҡаҙҙы инде алып ҡайтып бикләнем тигәндә, уныһы кире оса. Аҙыҡҡа ла алдандырып ҡарайҙар, яр ситенә йөҙөп килгән инә ҡаҙҙы, йылғалағы аҡҡош, ҡаңғылдап тауыш биреп, кире саҡырып ала икән.