Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март 2020, 12:40

Беҙҙең бронепоездар

Кешелек донъяһындағы иң аяуһыҙ һәм ҡан ҡойғос булған Бөйөк Ватан һуғышында дәһшәтле ҡорал – бронепоездар киң ҡулланыла. 500-ҙән артыҡ шундай “ҡорос крепос”тың дошманды ҡырыуҙа ҡатнашыуы билдәле.

Ленинград янында, Севастополь оборонаһында, Кавказ өсөн барған һәм башҡа һуғыштар ҙа бронепоездарҙың әһәмиәте баһалап бөтөргөһөҙ булған. Улар юлдарҙы обороналауҙа киң ҡулланылған. Зениткалар менән ҡоралланған айырыуса дәһшәтле көс булып иҫәпләнгән.
Беҙҙең республика ла Ватанды һаҡлау өсөн бронепоездар төҙөүҙә ҡатнашҡан. Өфө паровоз ремонтлау заводынан фронтҡа шундай дүрт поезд оҙатылған.
1942 йылдың апрелендә “Полководец Суворов”, “Александр Невский” тип аталған тәгәрмәсле ҡорос крепостар тантаналы рәүештә Ҡыҙыл Армияға тапшырылған. Ошо ике бронепоездан ойошторолған 25-се бронедивизион командиры итеп заводтың элгәре технология бүлеге начальнигы Иван Добрынин билдәләнгән. Бронепоезд командаһына үҙ теләге менән фронтҡа китеүсе завод эшселәре күп булған: транспорт цехы машинисы Лаврентий Миряков, слесарь Григорий Люкшинов, эшселәр Тимофей Жихарев, Николай Морозов, Демьян Тарасов һ.б.
Дивизион Сталинград янындағы алыштарҙа ҡатнашып, артабан да аяуһыҙ һуғышҡан. Бронепоездар Румынияға ҡәҙәр барып еткән. 3-сө гвардия армияһы составында һуғышыусы шундай “Александр Невский” 1945 йылдың яҙында Дрездендан Чехословакияның баш ҡалаһы Прагага китергә бойороҡ ала.
“1943 йылдың йәйендә пландан тыш тағын ике бронепоезд “Өфө” һәм “Салауат Юлаев” төҙөлдө“, - тип хәтерләй тепловик ремонтлау заводы ветераны Владимир Вязьмин. Уларҙы хәрбиҙәр ҡабул итеп ала, экипаж составында эшселәр булмай.
Бронепоездарҙы һуғышҡа оҙатыу тантаналы шарттарҙа башҡарылған, заводтың һәр эшсеһе, мастеры, бөтә коллектив үҙ тырышлығы, үҙ хеҙмәте менән еңеүҙе яҡынайтыуын аңлай. Ошондай символик исемле бронепоездарҙы фронтҡа оҙатыу Өфө ҡалаһы, бөтә Республика өсөн мөһим ваҡиға була, беҙҙән фронтҡа бронепоездар ғына түгел, хатта үҙебеҙҙә етештерелгән тоташ хәрби частәр ҙә ебәрелгән.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас: