Әгәр ҙә хроник сирҙе асыҡлағанда уның ғүмер өсөн хәүеф тыуҙырмауы билдәле булһа, был хәл хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешеләр араһындағы үлем осраҡтарын кәметеүгә ҙур өлөш индерәсәк, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология сирҙәренән күпләп вафат булыуҙы туҡтатасаҡ.Ошо система ярҙамында ир-ат араһындағы үлем осраҡтарын кәметергә теләйҙәр.
Үкенескә ҡаршы, әле ул Рәсәйҙә ике тапҡырға юғары. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко әйтеүенсә, ирҙәрҙең үлем осраҡтары 18 йәштән арта башлай, ә 35-40 йәштәрҙә иң юғары нөктәһенә етә. Был осорҙа ирҙәр һәм ҡатындар араһындағы үлем айырмаһы ике тапҡырға арта.