Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март 2020, 19:27

Пенсия алды йәшендәгеләр, һеҙҙең өсөн!

Был пенсия тәғәйенләүгә биш һәм унан кәмерәк йыл ҡалған кешеләргә ҡағыла. Ирҙәргә – 60, ҡатындарға 55 йәш тулһа, ошондай хоҡуҡтан файҙалана алалар.

Пенсия йәше алдындағы граждандарҙың мөлкәт һалымдары буйынса – алты сутый ергә һалымға ташламаға хоҡуғы бар. Шулай уҡ бер фатирға йәки өйгә, башҡа күсемһеҙ милек объектына һалым түләүҙә лә ташламанан файҙалана алалар.

Үрҙә әйтелгән һалымға ташлама өсөн ғариза яҙыу кәрәкмәй. Әммә шул уҡ ваҡытта һалым органдарында ҡайһы бер айырым һалым түләүселәрҙең кәрәкле мәғлүмәттәренең булмауы ихтимал. Шуға ошо хоҡуҡҡа эйә булғандарға быйыл 1 июнгә тиклем ташламаға хоҡуғының барлығы тураһында ғариза яҙыу зарур. Уны үҙегеҙ һалым органына тапшыра йәки күп функциялы үҙәк аша эшләй алаһығыҙ. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында шәхси кабинет аша электрон почтаға ебәрергә мөмкин.

Ғаризала пенсия алдындағы йәшегеҙҙе раҫлаған документтың реквизиттарын күрһәтергә онотмағыҙ. Был – Пенсия фонды биргән хаҡлы ялға сығыу алдындағы йәшегеҙҙе раҫлаған белешмә. Уның өсөн Рәсәй Пенсия фондының йәшәү урыны буйынса бүлексәһенә, эш урынында йәки күп фунциялы үҙәккә шәхсән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең www.pfrf.ru сайтында ла электрон төр мәғлүмәт бар.


https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: