Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Март 2020, 19:55

Бөйөк Ватан һуғышы наградалары

Бөйөк Ватан һуғышы ордены СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1942 йылдың 20 майында булдырыла. Ул ике дәрәжәлә эшләнә.

Орден Ҡыҙыл эмаль менән ялатылған биш ҡырлы йондоҙ рәүешендә эшләнгән. Уның артында йондоҙҙоң ҡырҙарынан ялтыратылған алтын нурҙар һибелеп тора.
Ватан һуғышы орденының беренсе дәрәжәһе алтын менән көмөштән эшләнгән булһа, икенсеһе – көмөштән генә. Икенсе дәрәжәләге орденда, беренсеһенән айырмалы рәүештә, нурҙар алтын менән ялатылмаған. Ҡағиҙә буйынса Ватан һуғышы орденын түштең уң яғында тағып йөрөр булғандар. Беренсе булып был орден 1942 йылдың 2 июнендә Батырлыҡ күрһәткән артиллеристар капитан И.И.Криклий, кесе сержант И.К.Стаценко, өлкән сержант А.В.Смирновҡа тапшырыла.
Һуғыштан һуң да Ватан һуғышы ордены менән бүләкләү дауам итә, тик 1947 йылда ғына туҡтатыла. Н.С. Хрущев СССР менән етәкселек иткән осорҙа был йола яңынан тергеҙелә. Орден менән Ҡыҙыл Армия сафтарында һуғышҡан сит ил граждандары ла наградлана.
Л.И.Брежнев осоронда, Ватан һуғышы ордены менән ҡалалар бүләкләнә.
1985 йылда Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы һәр һуғыш ветераны ошо орден менән бүләкләнгән.
Дан ордены - CCCР-ҙың хәрби ордены, СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 8 ноябрендәге «I, II һәм III дәрәжә Дан орденын булдырыу тураһында» Указына ярашлы булдырыла. 1943 йылдың 8 ноябрендә булдырылған “Еңеү” ордены ни бары 17 кешегә (Г.К.Жуков, А.М.Василевский, И.В. Сталин һ.б.) тапшырылған. “Александр Невский”, “Кутузов” ордены менән бер рәттән булдырылған “Суворов” ордены (29 июль, 1942 йыл) иһә күпселек осраҡта командирҙарға һәм хәрби ғәскәрҙәргә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелгән. Совет ғәскәрҙәре Украинаны азат иткәс, 1943 йылда “Богдан Хмельницкий” ордены булдырыла. Ул украин телендә яҙылған берҙән-бер орден. I, II, II дәрәжә “Богдан Хмельницкий” ордены менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 8 мең яугир бүләкләнгән. Был дәһшәтле йылдарҙа шулай уҡ тиңһеҙ батырлыҡ күрһәткән күп кенә хәрбиҙәр Нахимов, Ушаков ордендарына лайыҡ булған. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына бер нисә тапҡыр лайыҡ булыусылар бар. Мәҫәлән, хәрби летчик, полковник П.П.Панченко, генерал-майор Н.Г.Ситцевой, атҡаҙанған летчик, подполковник Ф.П. Оноприенко, танкист, подполковник В.В.Силантьевҡа был юғары награда алты тапҡыр тапшырылған. Ә бына алтын һәм платинанан торған һәм ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән “Маршал йондоҙо”ноң («Маршальская звезда») “ҙурына” 41 маршал һәм “бәләкәй”енә 32 генерал лайыҡ булған.
Быларҙан тыш, Бөйөк Ватан һуғышын йылдарында ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәткән ватандаштарыбыҙ бихисап миҙалдар (17 төрлө) менән наградланған.
Белеүебеҙсә, быйыл легендар шәхес, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү йөҙөнән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Указы менән “Генерал Шайморатов” ордены булдырылды. Был награда ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙы хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда, йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда күрһәткән фиҙакәрлек һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла.
Фото Интернеттан.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас: