Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Март 2020, 14:30

"Бармаҡ" бешереү рецебы

Тәрән һауытҡа ҡаймаҡ, иретелгән аҡ май, тоҙ һалып, яҡшылап болғаталар. Унан һуң юғары сортлы он өҫтәп, билмән ҡамыры кеүек ҡамыр баҫалар.

Бәләкәй генә түңәрәктәр яһап, уларҙы йәйәләр ҙә, әҙер эслек һалып, тигеҙләп һылайҙар һәм рулет кеүек төрәләр.
Рулет бармаҡтан ҙур булмаҫҡа тейеш (ризыҡтың исеме лә шунан алынған). Әҙер бармаҡты, майлы табаға теҙеп, 40-45 минутҡа духовкаға ҡуялар. Бешеп сыҡҡас, шәкәр оно һибеп, сәй янына бирәләр. Бармаҡты көпшә һымаҡ итеп тә төрөргә мөмкин.
Ҡамыр өсөн 400 грамм ҡаймаҡ, 44 грамм аҡ май, 500-600 грамм он, кәрәгенсә тоҙ алына.
Грек сәтләүегенең төшөн ваҡлап, духовкала киптереп алалар, шәкәр ҡомо, аҡ май ҡушып яҡшылап болғаталар, Мәк менән киндер орлоғонан да шундай уҡ эслек әҙерләргә мөмкин.
Эслек әҙерләү өсөн 1 кг сәтләүек, (йәиһә 400 грамм мәк йәки 400 г киндер орлоғо), 1,3 -1,5 грамм шәкәр ҡомо. 50-100 грамм аҡ май кәрәк буласаҡ.
Татлы бармаҡса
Бойҙай икмәген ҡыҙҙырып яһалған сохарыйҙы һөттә ебетәләр һөттә ебетәләр. Артабан он, сәй содаһы, йомортҡа, тоҙ өҫтәп һәм шәкәр ҡомо йәки бал, варенье йә булмаһа ебетелгән йөҙөм емеше ҡушып, ҡуйы ҡамыр әҙерләйҙәр. Онда әүәләп бармаҡсалар яһайҙар ҙа, күп итеп һалынған майҙа ҡыҙҙырып алалар. Өҫтөнә шәкәр пудраһы һибеп табынға бирәләр.
500 грамм икмәк валсығына: 75-100 грамм он, 2-3 йомортҡа, 200-300 грамм татлы аҙыҡ.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: