Йыуыныу бүлмәһе тынсыу булыу сәбәпле, ундағы көҙгө бик йыш парлана. Күптәр быны нисек бар, шулай ҡабул итә.
Ә бит бындай хәлде булдырмауҙың бик ябай ысулы бар. Бының өсөн теләһә ниндәй шампунь алығыҙ ҙа көҙгөгөҙгә бөркөгөҙ. Унан һуң яҡшылап таҫтымал менән ҡоротоғоҙ.