Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Март 2020, 11:25

ВладимирПутин мөһим күрһәтмәне имзаланы

Президент «Рәсәй Федерацияһының Дәүләт советында 2019-NCOV яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы эш төркөмө тураһында» ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Документта әйтелеүенсә, коронавирус барлығы асыҡланған Рәсәй субъекттарының юғары вазифалы шәхестәренә сирҙең таралыуына ҡаршы эштәрҙә ҡатнашырға ҡушыла. Эш төркөмөнөң составы раҫланған. Уның эшмәкәрлеге өсөн РФ Хөкүмәте, РФ Президентының Дәүләт советының эшен алып барыусы идаралығы яуаплы.

Эш төркөмөнөң составында Мәскәү мэры Сергей Собянин, РФ һаулыҡ һаҡлау, транспорт, сәнәғәт һәм сауҙа министрҙары, Роспотребнадзор, Россельхознадзор етәкселәре һ.б. бар.

#ВладимирПутин

Фото: Кремлин.ру.
Читайте нас: