Быға бәйле паникаға бирелеүселәр бар, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыя башлағандар, төрлө ҡурҡыныс хәбәр таратыусылар ҙа юҡ түгел. Республика башлығы үткәргән махсус сәғәттәрҙә лә был мәсьәлә көнүҙәктә ҡала. Шулай ҙа ғәмәлдә магазиндан бар нәмәне һыпырып алырлыҡ хәүеф юҡ, ысынбарлыҡта республикала коронавирустың раҫланған осрағы теркәлмәгән. Ситтән ҡайтҡандар тикшерелә, әлбиттә.