Дим буйҙары
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2020, 19:40

Аҡҡоштар ҡайтты!

Ҡарҙан әрселгән тәүге йылыуҙарҙа мөһабәт ҡоштар йөҙөп йөрөй.

Улар йыл һайын яҙ етеү менән беҙҙең яҡтарға ҡайта. Элек оя ҡорған, йомортҡа һалып бала сығарған урындарында төпләнә. Ғәҙәттә аҡҡоштар апрель урталарында ҡайтып, ҡара көҙгә тиклем бында булалар ине. Күлдәрҙе тулыһынса боҙ ҡаплағас, хатта бәләкәй генә йылыуҙар ҙа туңып бөткәс кенә улар йылы яҡтарға оса торғайны. Быйыл аҡҡоштар күпкә иртәрәк ҡайтты. Уларҙы Аҡҡолай, Ҡармыш, Ҡырым ауылдарына яҡын йылға-күлдәрҙә күргәндәр.
Читайте нас в