Дим буйҙары
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2020, 20:05

Аҡсаның ҡәҙере китә...

Коронавирус бөтә донъяны хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Улай ғына ла түгел, иҡтисадтың бәкәленә һуҡты. Донъя баҙарында аҡсаның (һумдың) хаҡы төшөүе күҙәтелә. Ошоға бәйле автомобиль, кейем-һалым һәм сит илдән килгән аҙыҡ-түлек хаҡы ҡыйбатлана. Шуның менән бергә аҡсаның да бәрәкәте китә.

Рәсәйҙә лә хәҙер иҡтисади көрсөк, йәғни иҡтисадтың түбәнәйеүе күҙәтелә, шул уҡ ваҡытта донъяла уның 2,5-3 процентҡа үҫеше билдәләнелә. Илдә инвестициялар артыуы кәмей, тауарҙарҙың хаҡы, бензин хаҡы арта, әммә Рәсәй аҡсаһын һатып алыу мөмкинлеге кәмей. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путин пандемияға бәйле хаҡтарҙы арттырмауҙы талап итте. Ил етәксеһе шулай уҡ бензинға хаҡтарҙы ла контролдә тота. Яғыулыҡҡа хаҡ индексацияға ярашлы ғына күтәрелергә тейеш. “Ҡара бойҙай, шәкәр, тоҙға хаҡ артмай, сөнки улар Рәсәйҙә етештерелә, шуға күрә ҡыйбатланмаясаҡ”, – тип вәғәҙә итә эксперттар ҙа.
Һум менән иҫәпләгәндә, эш хаҡы, пенсия күләме шул килеш ҡалһа ла, беҙ хәҙер аҙыраҡ бензин һатып аласаҡбыҙ, диңгеҙгә барып ял итеүе ҡыйбатҡа төшәсәк, яңы телефон йәки автомобиль һатып алыр өсөн күберәк аҡса йыйырға тура киләсәк. Хәйер, әлеге ваҡытта туризм Рәсәй буйынса ғына көнүҙәк булып ҡала.
Хаҡтарҙың “уйнауы”, әлбиттә, сир менән генә бәйле түгел. Нефттең хаҡы төштө, тимәк, һумдың хаҡы төштө, доллар, киреһенсә, артты. Шуныһы ла борсолорға мәжбүр итә: хәҙер йәшереп йыйған аҡса ла ҡотҡармай. Бынан биш йыл элек мең һумға әлегегә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк әйбер алып була ине, хеҙмәтләндеүҙәр ҙә осһоҙ ине. Әгәр аҡсаны түшәк аҫтына һалып ҡуйһаң, ваҡыт үтеү менән ул бөтә мәғәнәһендә сүпкә әйләнә.
Һум курсы төшөү арҡаһында сит илдән килтерелгән дарыуҙар ҡыйбатланасаҡ. Рәсәйҙә һатылған дарыуҙарҙың 60 проценты - сит илдән индерелгән. Аптекаларҙа медицина изделиеларына бөгөн-иртән хаҡ артыуы көтөлә.
Ә шулай ҙа, һемәйеп ҡалмаҫ өсөн барыһын да ныҡлы уйлап эшләргә кәрәк. Хәйер, был көрсөк эре ҡалаларға ныҡ ҡағыла. Ә беҙ электән барына ҡәнәғәт булып йәшәргә өйрәнгәнбеҙ. Кемдә нимә ҡайғыһы бит, иң мөһиме – иҫәнлек-һаулыҡ, беҙҙең осраҡта коронавирус урап үтһен инде.
Читайте нас: