Дим буйҙары
-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2020, 11:50

“Айыҡ ауыл-2019" конкурсы еңеүсеһе

“Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың Хөкүмәт йортонда финалға сыҡҡан 15 ауылды бүләкләнеләр.

Һөҙөмтәләр:
1-се урын — Ейәнсура районы, Башҡорт Үргене ауылы. Уларға 500 000 һумлыҡ сертификат, күсмә вымпел, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты һәм диплом тапшырыла.
2-се урын — Баймаҡ районы, Йылым ауылы. Улар 250 000 һумлыҡ сертификат, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты һәм диплом менән бүләкләнә.
3-сө урынды Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы яуланы. Уларҙы 150 000 һумлыҡ сертификат, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты һәм диплом менән ҡотланылар.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Конкурстың һәр ҡатнашыусы ауылы күптәргә өлгө булырлыҡ. Артабан да барыһын да айыҡлыҡҡа өндәгеҙ, халҡығыҙ менән бергә сәләмәт тормош алып барығыҙ!
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир
Читайте нас в