Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2020, 18:58
Өфөлә трамвайҙарҙы һәм троллейбустарҙы дезинфекциялайҙар
18 марттан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республикала юғары әҙерлек режимын индерҙе.
Юғары әҙерлек режимы ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу хәүефе янаған осраҡта индерелә. Уның сиктәрендә штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй, тирә-яҡ мөхит торошон контролдә тотоу көсәйтелә, республикаға килгән кешеләрҙә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләренең булыу-булмауы тикшерелә, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыуын иҫкәртеү буйынса оператив саралар күрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары юҡ. Әлеге ваҡытта республикала 48 кеше, шул иҫәптән 8 бала, коронавирусҡа шикләнеп, стационарға һалынған, тип
хәбәр итте
«Башинформ». Барыһының да хәле тотороҡло.
Хөкүмәттә коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса оператив штаб ултырышы барышында Радий Хәбиров 250-нән ашыу кеше һәм сит ил вәкилдәре ҡатнашҡан мәҙәни, спорт, эшлекле сараларҙы үткәрмәҫкә йәки күсерергә ҡушты.
Шулай уҡ республика етәксеһе уҡыусыларҙың яҙғы каникулын 6 апрелгә тиклем оҙайтырға ҡарар итте һәм Мәғариф министрлығына педагогик коллективтарҙы дистанцион уҡытыу варианттарына әҙерләү бурысын йөкмәтте. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына белем биреү процесын дистанцион режимға күсерергә ҡушылды.
Сит илдәрҙән ҡайтҡан кешеләргә башҡалар менән тығыҙ бәйләнешкә инмәү буйынса шарттар булдырыу бурысы ҡуйылды. Уларҙа аҙ ғына билдәләр беленеү менән тиҙ арала коронавирус инфекцияһына тест үткәрергә кәрәк.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы бойороғо менән республикала коронавирус инфекцияһының инеү һәм таралыу хәүефен кәметеү буйынса саралар күрелде. Атап әйткәндә, республикала йәшәүселәргә вирустың таралыуы теркәлгән сит илдәргә һәм Рәсәй төбәктәренә, кеше күп йөрөгән урындарға бармаҫҡа, предприятие-ойошмалар етәкселәренә эш урындарында дезинфекция ойошторорға кәңәш ителде.
Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса республика штабының «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: +7 (347) 286-58-27.
http://www.bashinform.ru/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?