Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2020, 09:45

Лимон һуты нимәһе менән файҙалы?

Лимондың организм өсөн файҙалы яҡтары күптән билдәле. Шулай уҡ был цитрус емешен косметологияла ла киң ҡулланалар.

Лимондың организм өсөн файҙалы яҡтары күптән билдәле. Шулай уҡ был цитрус емешен косметологияла ла киң ҡулланалар.
Лимон һуты тәбиғи дезинфекция сараһы һанала, шуға күрә ул һытҡылар менән көрәштә уңышлы файҙаланыла. Уның составындағы тәбиғи кислоталар көслө антибактериаль сифатҡа эйә һәм һытҡы барлыҡҡа килтереүсе зарарлы микроб һәм бактерияларҙы юҡҡа сығара.
Нисек ҡулланырға? Өлгөргән емеште ҡырҡып, таҙа мамыҡ дискыға лимон һуты һығығыҙ. Йылы һыу менән таҙа итеп йыуылған битегеҙгә ошо һутты һөртөгөҙ. Проблемалы өлөштәренә (һытҡы, һипкел) - бер нисә ҡат. Бит тиреһе кипһә, йылымыс һыу менән йыуығыҙ һәм үҙегеҙгә килешкән крем һөртөгөҙ.
Лимон һуты тире күҙәнәктәрен таҙарта, уларҙың яңырыу процесына ыңғай тәьҫир итә, майлылыҡты кәметә, шулай уҡ шымартыу, ағартыу һәләтенә эйә. Бындай процедураларҙан һуң бит тиреһе йомшарып, шымарып ҡала, төрлө таптар күҙгә күренеп ағара, төҫһөҙләнә.
Лимон һутын ҡулланғанда уның киптереү, ҡоротоу сифатына эйә булыуын оноторға ярамай. Әгәр бит тирегеҙ майлы йәки нормаль төргә ҡараһа, лимон киҫәге менән бит тиреһен көнөнә биш тапҡыр эшкәртергә мөмкин. Еңелсә хәрәкәттәр менән ышҡығандан һуң һутты 5-10 минутта тирелә ҡалдырығыҙ ҙа йылы һыу менән йыуығыҙ.
Әгәр тирегеҙ үтә ныҡ майлыға, күҙәнәктәре тигеҙһеҙгә әйләнһә, 1:1 нисбәт менән лимон һутына минераль һыу ҡушып, лосьон яһап алығыҙ. Уны биткә һөрткәндән һуң йыуырға ярамай, шул килеш кибергә тейеш.
Шуны ла белеп ҡуйығыҙ: лимон һуты аллергия тыуҙырыуы ла ихтимал. Әгәр тирегеҙ үтә һиҙгер, ҡуҙғыусан булһа, лимон һутына 1:1 нисбәтендә һыу өҫтәгеҙ.
Сәләмәт һәм матур булығыҙ!
Фото: tvoyalady.com
Читайте нас: