Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2020, 19:10

Март бесәйҙәре

Көндән-көн сағыуыраҡ балҡыған ҡояш нуры аҫтында ҡар күҙгә күренеп ирей. Ҡара ҡарғалар ем эҙләп ауыл тирәһендә урала, һабантурғайҙың талпынып-талпынып һайрауы, сыйырсыҡтарҙың оялары тирәһендә сырҡылдашыуҙары, ҡыҫҡаһы, ҡоштарҙың яҙ килеүенә ҡыуаныуҙары һиҙелеп тора.

Эйе, март айы ул тәбиғәттең ҡышҡы йоҡонан уяныуы ғына түгел, ә яҙ ул мөхәббәт, һөйөү мәле лә. Рустарҙың “мартовский кот” тигәнде һәр кемдең ишеткәне барҙыр. Март еттеме, урамда бесәйҙәр концерты башлана. Көндәр йылыта башлау менән, яҙ еҫен һиҙгән һәм иреккә ынтылған мыраубай хужаһының аяғына һарылып, урамға сығырға ынтыла. Шунан инде уны тиҙ генә көтмә.
Йәшелле-зәңгәрле тауыштар сығарып, тәҙрә төбөндә мыраулаған бесәй тауыштарын, үҙәк өҙгөс был мөхәббәт ауазын тыныс ҡына тыңлап булмай. Ни өсөн март бесәйҙәре шулай тауышлана һуң? “Кәләштәр”гә ни тиклем конкуренттар күберәк булһа, мыраубайҙар ҙа күрше бесәйен уҙҙырырға теләп, шулай ҡыйлана икән. Был концерттарҙы уларҙың үҙҙәренә тейешле биләмәләрҙе бүлеп алыу ыҙғыштары ла, пар һайлау өсөн башҡарылған “опера йырҙары” ла тип аңларға кәрәк.
Бигерәктә, ҡала ерендә метр һайын бесәйҙәр булғанлыҡтан, мыяубикәләрҙең иғтибарын йәлеп итер өсөн ата бесәйҙәргә ныҡ ҡына тырышырға тура килә. Ә бит улар бер-береһе менән бигүк һуғышып бармайҙар. Хәйләкәр “кейәүҙәр” белә: үҙ-ара мөнәсәбәтте асыҡлаған арала, күҙ һалған мыраубикәләрен өсөнсө берәү алып китерен көт тә тор. Хәйер, яраланғансы һуғышмаһалар ҙа, улар мырылдап, тырнашып, ыҫылдап бер-береһен өркөтөргә тырышалар.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, был ваҡытлыса күренеш. Март айы үтеү менән, мөхәббәт уйындары ҡороусылар баҫалҡылана, ҡәҙимге хәленә ҡайта. Бынан тыш, март айында “туй” уҙғарған бесәйҙәрҙең ике айҙан балалары тыуа, ә йәйгеһен инде уларҙы тәрбиәләү улай уҡ мәшәҡәтле түгел.
Бесәйҙәр тураһында ҡыҙыҡлы факттар:
Бесәйҙең йөрәге минутына 140 тапҡыр тибә. Кешенеке яҡынса – 75 тапҡыр.
Мыйыҡтар ярҙамында бесәйҙәр тирә-йүнгә яраҡлаша.
Бесәй кәнфит яратмай, сөнки бал тәмен тоя алмай.
Бесәйҙәр алыҫтағы әйберҙәрҙе һәйбәт күрә, ә бына яҡындағыларын күреп еткермәй.
Бесәй балаларының һөт тештәре була.
Бесәй тирләмәй.
Инә бесәй 120-гә тиклем бала таба ала.
Ҡурҡыныс янағанда бесәй сәғәтенә 48 саҡрым тиҙлектә йүгерә ала.
Бесәйҙең танауының рәсеме ҡабатланмай.
Стаббс атамалы бесәй Аляска штатында урынлашҡан Талкитна ҡалаһында 15 йыл буйы мэр булған.
Ер тетрәү ҡурҡынысы булғанда бесәй бинанан сығып китергә ашыға.
Әлеге йәнлек 30 млн. йыл элек тә ер шарында йәшәгән.
Өй бесәйе 57 градус һыуыҡта ла иҫән ҡала ала.
Бесәй ҡолағын 180 градусҡа бора ала.
Бесәйҙең 12 пар мыйығы бар.
Йәше барған һайын бесәйҙең күҙенең төҫө лә үҙгәрергә мөмкин.
Алғы тәпәйҙәрендә уларҙың биш бармаҡ, ә артҡыларда 4 бармаҡ урынлашҡан.
95 процент кеше бесәйҙәре менән һөйләшә.
Бесәйҙең күҙҙәре ҡараңғыла ла күрә.
Яҡынса улар алты йыл йәшәйҙәр, шулай ҙа 39 йәшен тултырған бесәй билдәле.
Автор фотоһы.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас: