1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәте менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Документ 23 мартта газеталарҙа баҫылып сыға. Тап 23 март Совет йылдарында Башҡорт АССР-ының тыуған көнө булараҡ билдәләнде. Башҡортостан илдә иң беренсе булып автономия алған республика.