Әлбиттә, һуңғыһы... Йылы һыуыҡты, яҡты ҡараңғыны, яҡшы яманды еңгән кеүек. Тап ошо мәлдән Яҙ үҙ хакимлығына инә тиҙәр... Яҙ менән барығыҙҙы ла! Тәбиғәттең наҙлы миҙгеле бәхет көткәндәргә яңырыу, ҡояшҡа тартылғандарға йылыныу осоро булһын, морат иткәндәр уңышҡа өлгәшһен, хыял-маҡсатына ирешһен! Яҙ һеҙгә бары тик ҡыуаныстар, шатлыҡ-бәхеттәр генә алып килһен! Һәр иртәбеҙ ҡояш нурҙарына сорналһын!