Поликлиника табиптары әйтеүенсә, аппарат республика Башлығының “2024 йылға тиклем Башҡортостандағы социаль-иҡтисади үҫештең төп йүнәлештәре тураһында”ғы Указына ярашлы алынған.
Хәҙерге шарттарҙа стоматологик рентгенология аппараты теш һәм яңаҡ системаһындағы бик күп кәмселектәрҙе уңышлы диагностикалау йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки бөгөн тештең һәм уны уратып алған туҡымаларҙың структур үҙенсәлектәрен аныҡ өйрәнмәйенсә сифатлы терапия, ортодонтия, хирургия ярҙамы күрһәтеү мөмкин түгел. Белгестәр әйтеүенсә, денталь рентген – яңаҡ-бит ағзалары торошо тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алырға булышлыҡ иткән арзан һәм йылдам алымдарҙың береһе. Уникаль ҡорамалдың тиҫтәләгән анатомия программаһы бар. Улар пациенттың тешен төшөрөү режимын һайлау мөмкинлеген бирә.
Фото: health.bashkortostan.ru