Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2020, 11:05

Римма Үтәшева: “Рәсәй Конституцияһына һаулыҡ һаҡлау буйынса мөһим төҙәтмәләр индерелә”

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы” төбәк ижтимағи ойошмаһы советы рәйесе Римма Үтәшева Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индерелә торган төҙәтмәләргә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

“Мин, тәү сиратта, үҙемә бик яҡын өлкә, һаулыҡ һаҡлау тураһында әйтергә теләйем. Бик мөһим төҙәтмәләр кереттек: медицина ярҙамы түләүһеҙ, сифатлы, һәр кем алырлыҡ булырға тейеш. Конституцияның иҫке редакцияһы буйынса был хаҡта әйтелмәгәйне лә, хәҙер асыҡлауҙар индерелде, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Римма Үтәшева. - Был – табипҡа ҡәҙәр ФАП-тар, беренсел дәрәжә, махсуслаштырылған, юғары технологиялы медицина ярҙамы. Һәм бының өсөн инде Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте яуаплы”.
Депутат билдәләп үтеүенсә, бындай ярҙам күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ: табиптар, квалификациялы белгестәр, фельдшерҙар етерлек буласаҡ, ФАП-тар бер үк дәрәжәлә буласаҡ, диспансеризацияның роле артасаҡ.
“Мине шатландырған икенсе әйбер: сәламәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыу тураһындағы тәҡдим. Беҙ, табиптар, уҡығанда, беҙҙә аңлатыу эштәренә айына алты сәғәт бирелә ине. Беҙ лекциялар уҡыныҡ, халыҡ араһында йөрөнөк. Хәҙер ундай нимә юҡ. Ләкин уҡытыусыларҙың, медиктарҙың һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ шәхси өлгөһө, лекциялары менән пропагандаларға, ғаиләләргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырырға тейешлеге кире ҡайта. Әлбиттә, дөрөҫ туҡлану, тәмәке тартыуҙан, алкоголь, наркотиктарҙан баш тартыу мотлаҡ, - тип билдәләне Римма Үтәшева. - Сәламәт йәшәү рәүеше - ул Рәсәйҙең милли идеяһы. Әгәр оҙаҡ йәшәргә теләйбеҙ икән, беҙ сәләмәт булырға, ял итергә, шифахана-курорт дәуалануы алыу мөмкинлеге булырға тейеш”.
Депутат фекеренсә, төҙәтмәләр уйланылған, тиҫтә йылдарға иҫәпләнгән, һәм ул улар өсөн тауыш бирергә әҙер.
Читайте нас: