Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2020, 16:35

Ул тәмәкене ташлата

Табиптар тәмәкене ташларға теләүсе­ләргә имбир менән дуҫла­шырға кәңәш итә. Ул витаминдар, микроэлементтар, эфир майҙарына бай.

Үҙегеҙ менән һәр ваҡыт имбир йөрөтөгөҙ, тәмәке тартҡы килһә, уның тамырын сәйнәгеҙ. Ул кәнфит һурыуҙан күпкә һөҙөмтәлерәк.

Бынан тыш имбирлы эсемлек әҙерләргә була. Уртаса ҙурлыҡтағы бер имбир тамырын ҡырғыстан үткәреп, уға бер лимон һуты һәм 100 миллилитр ҡайнар һыу ҡушырға. Теләгән кеше бер сәй ҡалағы бал да өҫтәй ала.

Имбир йүтәлгә лә яҡшы. Тәмәкесене йүтәл борсоғанда, унан да һөҙөмтәлерәк сара табыу ауыр. Был эсемлекте көн дауамында аҙ-аҙлап эсергә кәрәк. Ул организмды токсиндарҙан таҙарта, нико­тинға тартылыуҙы еңергә булышлыҡ итә.
Читайте нас: