Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Март 2020, 12:20

“Ҡыҙыл” салат – тәмле лә, туҡлыҡлы ла

Ҡәҙимге ризыҡтарҙан хәтәр тәмле салаттар эшләп була.

Бының өсөн үҙ һутында консерваланған бер банка ҡыҙыл фасоль, берәр помидор, уртаса ҙурлыҡтағы ҡыҙыл һуған, татлы ҡыҙыл борос, ҡыяр һәм укроп, йәшел һуған, петрушка кеүек үләндәр кәрәк буласаҡ.
Фасоль банкаһын асып, һыуын түгегеҙ, сайҡатығыҙ, йәшелсәләрҙе оҙонса итеп турағаҙ, артыҡ ваҡларға кәрәкмәй. Барыһын да бергә ҡушығыҙ.
Икенсе һауытҡа ике аш ҡалағы зәйтүн майын, лимон һутын ҡара борос (йәки боростар ҡатнашмаһын) һалып бутағыҙ. Бер нисә тамсы алма уксусын тамыҙһаң да була. Ошо ҡатнашманы салатҡа һалып, тоҙ һибеп, бутағыҙ. Йәйге йәшеллекте, муллыҡты иҫкә төшөргән иҫ киткес тәмле салат әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: