. “Экология” милли проекты сиктәрендә һатып алынған был машиналар экология талаптарына яҡшы яуап биреүе, хәрәкәтсәнлеге, файҙаланғанда һаҡсыл булыуы һәм ҙур йөк ташырға һәләтлеге менән айырылып тора.
Машиналарҙы ҡулланыу маҡсаты ябай: улар полигондарға ҙур үлсәмле ҡалдыҡтар ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Предприятиеның матбуғат секретары Андрей Яматин раҫлауынса, автопарк ошондай яңы техника менән даими тулыландырылып торасаҡ. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән тармаҡта ҙур үҙгәрештәр көтөлә: инвестиция йәлеп ителә, яңы технологиялар индерелә, автомобиль паркы һәм башҡа ҡорамалдар яңыртыла.
Фото: joyreactor.cc.