Дәүләт башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, уҙған йылда 2016 йылдан башлап тәүге тапҡыр Рәсәйҙә енәйәттәрҙең дөйөм һаны арта башлаған. Асыҡланмаған енәйәттәр һаны ла артҡан. Путин булған проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеү өсөн аныҡ сараларҙы анализларға кәрәклеген белдерҙе. “Был турала күп тапҡырҙар әйтелде, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр икенсе тиерлек енәйәт асыҡланмай ҡала. Һеҙгә лә, башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарынан коллеғаларығыҙға ла уйланырға урын бар”, - тине Владимир Путин.