Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2020, 14:35

Атып үлтерелгән террорсы кем булған?

21 март киcендә Дим шоссеһында Башҡортостан буйынса ФСБ хеҙмәткәрҙәре планлаштырған терактты хәүефһеҙләндерҙе. Терорсының ҡоралы һәм ҡулдан яһалған шартлатҡыс ҡоролмаһы табылған. Бомбаны шунда уҡ шартлатыу юлы менән юҡ иткәндәр.

Ҡырғыҙстанда тыуып-үҫкән 27 йәшлек Рәсәй гражданы Бекзотжон Морзакәримов террорсы булып сыҡҡан. Ир бизнес менән шөғөлләнгән һәм Өфө баҙарҙарының береһендә уның ике сауҙа нөктәһе тотҡан. Ир-егеттең әсәһе лә эшҡыуар булған.
Ҡалала шундай шау-шыу тыуҙырған ир Рәсәй территорияһында тыйылған «Ислам дәүләте» халыҡ-ара террорсылыҡ ойошмаһы функционеры булып сыға, ул Башҡортостан башҡалаһында теракт ойошторорға әҙерләнгән.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин уның быға тиклем "Рамаҙан" мәсетендә вәғәз уҡығанлығын кире ҡаға.
Фото:proufu.ru
Читайте нас: