Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2020, 14:05

Бауырҙан тәмле салат

Көндәлек табынға ниҙәр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Беҙ түбәндәге салат рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Был салатты әҙерләү өсөн 500 грамм бауыр, маринадланған биш ҡыяр, ике кишер, ике баш һуған, ике аш ҡалағы томат пастаһы, тоҙ, борос, көнбағыш майы, әнис кәрәк.
Бауырҙы, кишерҙе тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Әҙер булғас, бауырҙы һыуытып, бәләкәй киҫәктәргә теләбеҙ. Кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һуғанды көнбағыш майында томат пастаһы ҡушып ҡыҙҙырабыҙ. Шунан маринадланған ҡыярҙы ваҡлап турайбыҙ. Салат һауытына бауырҙы, ҡырылған кишерҙе, ҡыярҙы, һуғанды һалабыҙ. Уға һарымһаҡ, тоҙ, борос ҡушып, майонез һалып, һәйбәтләп бутайбыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Smihub.com
Читайте нас: